“Мин һәм минең буласаҡ һөнәрем” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Иң яҡшы эш тәҡдим иткән 14 йәш автор Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алды. Улар араһында беҙҙең райондың Ғаилә хеҙмәтен күрһәткән Динислам Бирҙеғолов та (12 йәш) бар.