Кисә, 26 июндә, Юнай ауылында бик күркәм байрам – “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” үтте.
Осрашып, күрешеп, һөйләшеп танһыҡтары ҡанманы ауылдаштарҙың. Тыуған йорт нигеҙе, тәпәй баҫҡан ерҙәр барыбер ҙә үҙенә тарта шул. Юнайҙарҙы байрам менән ҡотларға район хакимиәте вәкиле Ядкәр Ханнанов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәрит Вәлиев, шулай уҡ яҡташтарын тәбрикләргә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һәм башҡалар килеп етте.