Быйыл Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе ваҡытында ил Президенты В.В.Путин мәктәп уҡыусыларына, шул иҫәптән беренсе класҡа барған балалар өсөн мәктәпкә әҙерләнеүгә бер тапҡыр 10 мең һум аҡса биреләсәк тигәйне.
Ил башлығы билдәләүенсә, түләүҙе алты йәше тулып та балалары мәктәпкә бармаған ата-әсәләргә лә түләнәсәк. Түләү алыр өсөн 15 июлдән 1 ноябргә тиклем пенсия фондына мәржәғәт итергә кәрәк. Ғариза Дәүләт порталы аша бирелгән саҡта өҫтәмә документтар йыйыу кәрәкмәй.