Социаль өлкә
19 Июля 2021, 13:25

Бассейнда ир кеше токтан һуғылып үлгән

Ҡатыны реанимацияға оҙатылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бассейнда ир кеше токтан һуғылып үлгәнБассейнда ир кеше токтан һуғылып үлгән
Бассейнда ир кеше токтан һуғылып үлгән

Был хәл Татарстандың Салмачи ҡасабаһында булған.

Бер нисә ғаилә бассейнлы коттедж алып тороп, ял иткән. Өй янындағы бессейнға беренсе булып сумған ир токтан шунда уҡ йән бирә. Ярҙамға ашыҡҡан ҡатыны, һыуға төшөп тә өлгөрмәй, баҫҡысҡа тотоноу менән токтан һуғыла. Ҡатындың әхирәте лә ярҙамға килә, электр утының тәьҫире һиҙеп, кире уйлай. 

Был фажиғәнең сәбәбе - бассейнды аҫтан яҡтыртҡан яҡтыртҡыстарҙың боҙолоуы. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 
Автор:Альмира Аюпова