Социаль өлкә
20 Июля 2021, 17:13

Әсәһе шаярғаны өсөн ҡыҙының бармаҡтарын өҙә

Быны кем эшләгәне хаҡында һөйләргә тыя.

Әсәһе язалаған ҡыҙ дауаханалаӘсәһе язалаған ҡыҙ дауаханала
Әсәһе язалаған ҡыҙ дауаханала

Улан-Уде ҡалаһы дауаханаһына ҡулы йәрәхәтләнгән 8 йәшлек ҡыҙҙы килтерәләр. Әсә кеше (әгәр уны шулай атап булһа) балаһының урамдан йәрәхәтләнеп ҡайтыуы хаҡында һөйләй. Әммә ҡыҙ палаталаш ҡатындарға әсәһе шаярған өсөн язалауы хаҡында һөйләй.

- Ул (әсәһе) апайыма: "Бысаҡты алып кил, хәҙер бармаҡтарын ҡырҡам" тине, тип һөйләй бала. Тәүге тапҡырҙан килеп сыҡмай, икенсегә саба - килеп сыҡмай. Өсөнсөгә киҙәнгәндә ике бармағына эләгә. Был хаҡта һөйләргә ҡәтғи тыйған. Хәҙербыл бала өйгә ҡайтыуҙан ныҡ ҡурҡа, әсәй туҡмамаһын тип Хоҙайҙан ялбарам, ти, - тип һөйләй дауаханалағы бер пациент. 

Дауаханалы баланың тәне күм-күк булыуы асыҡлана. 

"Был ваҡиға буйынса ғаилә тикшереләсәк һәм балаларҙы артабан урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителәсәк," - ти Бурятияның социаль яҡлау министрлығы матбуғат секретары М. Ивайловская.

Был ғаиләлә биш бала, шул иҫәптән өсәүһе тәрбиәгә алынған бала.

Сығанаҡ: үҙәк матбуғат.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас