+13 °С
Ясно
Прокуратура Өфө районында ҡарттар өсөн шәхси пансионатты япты.
Сәбәбе – янғын хәүефһеҙлеген боҙоу.
Был юлы Зубово ауылындағы пансионат тикшерелгән, ундағы 11 оло йәштәге кеше өйҙәренә ҡайтарылған. Февралдә уның эшмәкәрлеген туҡтатҡан булғандар, әммә хужаһы иҫкәрмәләрҙе төҙәтмәгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тикшереүҙәр Әбйәлил районында пансионатта булған янғындан һуң башланды. Унда 11 кеше янып үлгәйне.