Рәсәйҙә ғаиләләргә тағы ла бер социаль ярҙам сараһы - әсәлек өсөн эш хаҡы ҡарала.
Рәсәйҙә ғаиләләргә тағы ла бер социаль ярҙам сараһы ҡарала. Ул да булһа әсәлек өсөн эш хаҡы түләү. Был турала “Ғәҙел Рәсәй” партияһы советының үҙәк президиумы секретаре Марина Ким хәбәр итте: “Был эш хаҡы декретта ултырған әсәләргә ҡағыла. Декрет ялын айырым һөнәргә тиңләргә һәм хеҙмәт стажына индерергә кәрәк”.
Әле бала табып декретта ултырған әсәләргә эшкә сыҡҡанға тиклем һәр ай һайын 30 мең һум эш хаҡы түләү мөмкинлеге ҡарала.