Социаль өлкә
20 Сентября 2021, 03:25

"Һеҙгә боҙом һалғандар!"

Шулай тип ике ҡатын 81 йәшлек әбейҙең аҡсаһын, алтын һырғаларын урлаған.  

"Һеҙгә боҙом һалғандар!""Һеҙгә боҙом һалғандар!"
"Һеҙгә боҙом һалғандар!"

Сибайҙа әбейгә урамда ике ҡатын һүҙ ҡушып, һеҙгә боҙом һалғандар, унан ҡотолорға ярҙам итәбеҙ, тип бергә өйөнә эйәреп килгәндәр. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың береһе "әпсен-төпсөн" иткәнсе, икенсеһе өйҙө тентегән. Улар сығып киткәс, әбей 30 мең һум аҡсаһын һәм алтын һырғаларын таба алмай, полицияға мөрәжәғәт иткән. Был факт буйынса енәйәт эше асылған. Ҡатындарҙың береһе видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Уны таныһағыҙ, полицияға хәбәр итегеҙ: 8 (34775) 5-45-02, 02.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас