Социаль өлкә
30 Сентября 2021, 14:35

Хаҡлы ялдағы ейәнсураларға - ТАШЛАМАЛАР!

Халыҡ-ара Оло йәштәгеләр көнө уңайынан “Нур” социаль хеҙмәтләндереү үҙәге (етәксеһе Нәжип Йәнтилин), райондың инвалидтар ойошмаһы (етәксеһе Венера Мостафина) һәм район ветерандары советы (рәйесе Нәзирә Кәримова) бергәләп, ҡайһы бер эшҡыуарҙар һәм етәкселәр ҡатнашлығында  “Мәрхәмәтлек ун көнлөгө” акцияһы ойоштора.

Хаҡлы ялдағы ейәнсураларға - ТАШЛАМАЛАР!Хаҡлы ялдағы ейәнсураларға - ТАШЛАМАЛАР!
Хаҡлы ялдағы ейәнсураларға - ТАШЛАМАЛАР!

"Мәрхәмәтлек ун көнлөгө", йәғни 1 октябрҙән 10-на тиклем пенсия таныҡлығы менән килгән осраҡта:

* “Альбина” бөҙрәханаһында (Э. Назарова) – 30, “Фея” бөҙрәханаһында (Ф. Мәсәғүтова) 10 % ташлама менән сәс киҫтерергә була.

* “Первый формат”та (ШЭ Ғәлин) – 7, “С пылу, с жару” кафеһында (Р. Мырҙабулатова) – 10 “Ҡамыр батыр” пекарняһында (И. Вәлиев) – 20, “Юбилей” магазинында (Р.Ҡолмурзина) – 10, “Нарцисс” магазинында (Т.Әминева) кейем-һалымға, аяҡ кейеменә 10 процент ташлама менән ҡулланырға мөмкин.

* Райпо иһә “Осрашыу” барында икмәккә, шулай уҡ “Сәләм”, “Универсам” һәм 11-се магазинда бөтә әйбергә 10 процент ташлама тәҡдим итә.

* Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар Ф. Королеваның (10%) һәм Р. Ишаевтың (5%) бәләкәй баҙарҙа урынлашҡан магазиндарында ла ташламалар көтә.

Байрам менән!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас