

2022 йылда Дәүләт хеҙмәттәре порталында граждандар өсөн 100-ҙән артыҡ яңы төбәк хеҙмәттәре өҫтәләсәк. Балаларға пособие юллау, автомобилдәргә техосмотр үткәреү, һалым декларацияһы ҡабул итеү, мөлкәтте иҫәпкә ҡуйыу кеүек сервистар өҫтәлә. Шулай уҡ төбәккә генә хас хеҙмәттәрҙе лә һәр өлкә йә республика үҙе өҫтәй аласаҡ. Шулай уҡ ғаризалар ҡабул итеү хеҙмәте эшләйәсәк, социаль хеҙмәтләндереүгә, бушлай торлаҡ юллауға, уҡытыусылар аттестация үтеүгә ғариза яҙа аласаҡ.
Фото: Яндекс.
Асыҡ сығанаҡтарҙан.