Социаль өлкә
7 Февраль 2022, 10:20

ТАНЫТМАҢ БАРМЫ? ТАШЛАМА МЕНӘН ҠУЛЛАН!

Күп балалы ғаиләләргә бирелгән танытмаһы булған райондаштарға ниндәй ташламалар ҡаралған? Уны ҡайҙа һәм нисек юлларға?

ТАНЫТМАҢ БАРМЫ? ТАШЛАМА МЕНӘН ҠУЛЛАН!ТАНЫТМАҢ БАРМЫ? ТАШЛАМА МЕНӘН ҠУЛЛАН!
ТАНЫТМАҢ БАРМЫ? ТАШЛАМА МЕНӘН ҠУЛЛАН!

Танытма - ғаиләнең күп балалы статусын раҫлаусы рәсми документ. Уны алып барғанда музей, театр кеүек мәҙәни учреждениеларҙа, хатта магазиндарҙа ташлама менән ҡулланырға була. Танытманы юллау өсөн Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Беҙҙә, мәҫәлән, "Ғаилә хеҙмәте"нә бөтә талап ителгән документтар менән килгәндә, көнөндә алырға була. Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итһәгеҙ, 10 көтөргә тура килер.

Ҡайһы магазиндар, учреждениела ташлама бирә һуң?

- ФОК «Салауат» (бөтә төр хеҙмәткә лә 50%);
- «Ларец» магазины (бөтә тауарға ла 5%);
- «Беби маркет» магазины (бөтә тауарға ла 3%);
- "Альфа" магазины (айырым тауарҙарға 3-5% - һатыусынан белешергә);
- "Детский мир" магазины (5% бөтә тауарға ла).

Тулыраҡ мәғлүмәт - ташлама тәҡдим итеүселәрҙә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас