Социаль өлкә
17 Февраль 2022, 04:50

3 йәштән 7 йәшкәсә түләм тураһында

3 йәштән 7 йәшкә тиклемгә балаларға айлыҡ аҡса түләү (алыу) хоҡуғын виртуаль ярҙамсы менән тикшерергә мөмкин.

3 йәштән 7 йәшкәсә түләм тураһында3 йәштән 7 йәшкәсә түләм тураһында
3 йәштән 7 йәшкәсә түләм тураһында

3 йәштән 7 йәшкә тиклемгә балаларға айлыҡ аҡса түләү (алыу) хоҡуғын виртуаль ярҙамсы менән тикшерергә мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Башҡортостан Республикаһы ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Республика менән идара итеү үҙәге менән бергә сафҡа индерелгән чат-бот эшләй.

 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләнең йән башына уртаса килеме өсөн өс баҫҡыслы түләү системаһы ҡулланыла. Уның дәүмәле төбәктәрҙә билдәләнгән йәшәү минимумына бәйле һәм төрлө шарттарҙа үҙгәреүсән. Хәҙерге көндә пособиеның база күләме итеп балаға төбәк йәшәү минимумынан 50% тиң сумма ҡабул ителгән. Льготаларға хоҡуҡлы ғаиләгә:

- 5339,50 һум (балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50%)
- 8009,25 һум (75%)
- 10679,00 (100 %) түләү ҡаралған.

 Пособиеның суммаһы ғаиләнең килеменә тура бәйле. Аҡсаға дәғүә итеүселәр эшкә һәләтле булыуын раҫларға йә иһә эшкә сыға алмауҙың етди сәбәбен күрһәтергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта төп шарттарҙың береһе – күсмә һәм күсемһеҙ милекте баһалау. Тулыраҡ мәғлүмәт: (https://rcspn.mintrudrb.ru/posts/19642)

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас