Был 2020 йылдың ноябренә ҡарағанда 10,3 процентҡа күберәк, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Дөйөм алғанда, уҙған йылдың 11 айында уртаса эш хаҡы 40 628 һум булған, 2020 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда 7,8 процентҡа күберәк.
Республикала 2021 йылдың ноябрендә реаль иҫәпләнгән эш хаҡы 2020 йылдың ноябренә ҡарағанда 1,7 процентҡа артҡан. 2020 йылдың ғинуар-ноябрендә — 2020 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,2 процентҡа.
«Реаль эш хаҡы индексы ҡулланыусылар тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә хаҡтарҙың үҙгәреүенә бәйле эш хаҡының һатып алыу һәләте үҙгәреүен билдәләү өсөн иҫәпләнә. Номиналь эш хаҡы индексын ҡулланыу хаҡтары индексына бүлеү юлы менән иҫәпләп сығарыла», — тип белдерҙеләр Башстатта.