- медицина тикшереүе мәғлүмәттәре табиптарҙың һығымталарына тап килмәгән осраҡта;
- махсус ҡоролма ярҙамында тикшереү үтергә кәрәк булғанда;
- пациент интернатта йәшәһә;
- шәхси реабилитация программаһын үҙгәртергә кәрәккән осраҡта.
2023 йылдың 1 июненән медик-социаль экспертиза бюроһы ҡарары менән риза булмағандар уны йәнә дистанцион форматта үтә ала.
2024 йылдың 1 ғинуарынан башлап ситтән тороп үткәрелгән экспертиза, кешенең шәхси мәғлүмәттәрен күрһәтмәйенсә, документтар буйынса уҙғарыла, хеҙмәткәрҙәргә граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәрен ҡарау мөмкинлеге булмаясаҡ, ә йүнәлештәрҙе төбәктәр араһында мәғлүмәт системаһы бүләсәк.
Экспертиза йомғаҡтары буйынса мәғлүмәт инвалидлыҡ тураһындағы белешмәлә сағылыш табасаҡ.
Үрҙә һанап үтелгән ҡағиҙәләрҙең барыһы ла Рәсәй Хөкүмәте тарфынан индерелгән.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан