Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Апрель 2022, 15:25

Пенсияны алдан хәстәрләп!

Быйылдан Рәсәйҙең пенсия фонды граждандарҙы ҡартлыҡ буйынса пенсия страховкаһы һәм пенсия йыйылмаһына бәйле хоҡуҡтары менән әүҙем таныштырасаҡ. Мәғлүмәттәр 45 йәше тулған ирҙәрҙең һәм...

Мәғлүмәттәр 45 йәше тулған ирҙәрҙең һәм 40 йәшен тултырған ҡатындарҙың дәүләт порталындағы шәхси кабинетына ебәреләсәк. Артабан мәғлүмәт өс йылға бер тапҡыр яңыртылып торасаҡ, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте. Рәсәй Пенсия фондының мәғлүмәт хатында граждандар ҡартлыҡ буйынса страховка пенсия хоҡуғы, хаҡлы ялға сығыу өсөн тағы күпме стаж кәрәклеге, шулай уҡ яҡынса пенсия күләме тураһында мәғлүмәтте белә ала. Был хаҡта хәбәрҙар булыу кешеләргә пенсия тураһындағы хоҡуҡтарын белеп кенә ҡалмай, үҙҙәренең мөмкинлектәрен баһаларға, кәрәккәндә, пенсия күләмен арттырыу тураһында хәстәрлек күрергә, стаж осорон асыҡларға, пенсия коэффициенттарын аныҡларға, шулай уҡ Пенсия фондында формалашҡан пенсия йыйылма аҡсаһы тураһында алдан белергә булышлыҡ итә.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: