Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Апрель 2022, 10:22

Инвалидлыҡты билдәләүҙең яңы тәртибе

Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының клиника-эскперт комиссияһы рәйесе Вадим Вәли улы Абдуллин аңлатыуынса,

Инвалидлыҡты билдәләүҙең яңы тәртибе
Инвалидлыҡты билдәләүҙең яңы тәртибе

Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2022 йылдың 5 апрелендәге 588-се ҡарары буйынса “Шәхесте инвалид тип таныуҙың яңы тәртибе” раҫланыуы хаҡында хәбәр итә. Был Тәртип 2022 йылдың 1 июленән көсөнә инә һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 20 февралендә ҡабул ителгән “Шәхесте инвалид тип таныу тәртибе һәм шарттары тураһында”ғы 95-се ҡарарын ғәмәлдән сығара.

2022 йылдың 1 июленә тиклем инвалидлыҡ РФ Хөкүмәтенең 2006 йылдың 16 октябендәге 1697-се ҡарары раҫланған “Шәхесте инвалид тип таныуҙың ваҡытлыса тәртибе” буйынса билдәләнә, йәғни инвалидлыҡ медицина ойошмаһы медицина-социаль экспертизаға йүнәлтмә юлламайынса ла 6 айға оҙайтыла.

Шул уҡ ваҡытта илдә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле индерелгән сикләүҙәрҙең йомшара барыуын иҫәпкә алып, “Шәхесте инвалид тип таныуҙың ваҡытлыса тәртибе” артабан оҙайтылыуы күҙалланмай. Шуға ла был осраҡта тыуасаҡ социаль көсөргәнеште кәметеү маҡсатында медицина-социаль экспертизаһының Рәсәй Федерацияһы субъекттары буйынса баш бюроһы граждандарҙы иҫкәртә:

  • Әгәр инвалидлыҡ осоро 1 июлдә тамамлана икән, үҙ ваҡытында медицина ойошмаһында МСЭ-ға йүнәлтмә юлларға кәрәк;
  • Ҡабаттан тикшерелеү мәле 1 июлдән һуңға тәғәйенләнгән инвалидтарға медицина хеҙмәткәрҙәре артабан МСЭ-ға йүнәлтмә (088/у формаһындағы) биреү менән медицина тикшереүе үтеүҙе тәьмин итергә тейеш.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: