Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Май 2022, 17:22

Бөгөндән 8 -16 йәшлек балаларға пособие түләү башланды

Пособие аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бирелә.Ғаризалар 26 апрелдән ҡабул ителә. Уны дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ күп функциялы үҙәктә йәки Пенсия фондының урындағы бүлексәһендә тапшырырға мөмкин.

Пособие аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бирелә.

Ғаризалар 26 апрелдән ҡабул ителә. Уны дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ күп функциялы үҙәктә йәки Пенсия фондының урындағы бүлексәһендә тапшырырға мөмкин.

Пособиеның күләме һәр ғаиләгә шәхсән билдәләнә. Ул балаға төбәктәге йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100% тәшкил итеүе мөмкин (айына 6-12 мең һум). Пособие 12 айға тәғәйенләнә һәм «Мир» картаһына килә, ғаризала уның номерын күрһәтергә кәрәк.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: