Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Июнь 2022, 17:50

Файҙалы һәм татлы аҙыҡты бәләкәстәр ярата

Бәләкәстәр сәләмәтлеге өсөн бик кәрәк был аҙыҡты “Һөт кухняһы” тәҡдим итә.

Файҙалы һәм татлы аҙыҡты бәләкәстәр ярата
Файҙалы һәм татлы аҙыҡты бәләкәстәр ярата
 

Башҡортостанда биойод менән байытылған йогуртты етештерә башланылар. “Һөт кухняһы” аҙығы һатыуға сыҡты һәм уны мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ябай йогурт урынына файҙаланалар.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш диетологы Рушания Ялалованың аңлатыуынса, республикала йод дефициты менән проблема киҫкен: ул тупраҡта һәм һыуҙа етешмәй, һөҙөмтәлә ул кеше организмына үҙенән-үҙе барып етмәй.

“Эндемик зоб – ҡалҡан биҙенең йод етешмәүе һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан сире. Ул балаларға үҫеш һәм аҡыл өсөн кәрәк, өлкәндәргә лә сәләмәтлек өсөн талап ителә, - ти Рушана Ялалова. – Мәктәп йәшенә тиклемгеләр һәм уҡыусылар туҡланыуын йод менән байытыуҙары – бик шәп яңылыҡ”.

“Иҫкәртеү сараһы булараҡ тәҡдим ителгән диңгеҙ кәбеҫтәһен балалар, ғәҙәттә, ашамай. Йодҡа ныҡ бай майлы диңгеҙ балығын һәр кем аҙнаһына ике тапҡыр һатып ала алмай. Шуға файҙалы бактериялар һәм йод булған йогурт шәп”, - тигән фекерҙә табип. 

“Һөт кухняһы” директоры Эльдар Сәйғәфәровтың “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүенсә, йогурт рецебы Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә  күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәт кәңәштәре нигеҙендә әҙерләнгән.

Уҡыу йылы аҙағында 89  балалар баҡсаһында һәм мәктәптә йоды булған баҡса еләгенән йогуртты балаларға бирә башланылар ҙа инде.

Фото: zen.yandex.ru

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: