Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Июнь 2022, 10:50

Шәхси эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтеләсәк

Субсидияны ҡорамалдар һатып алыуға, эш урындары булдырыуға, ҡуртымға бина алыуға, лицензиялы программалар менән тәьмин итеүгә тотонорға мөмкин.

Шәхси эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтеләсәк
Шәхси эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә ярҙам күрһәтеләсәк

Шәхси эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә эш асыуға 250 мең һум аҡса бирелә

Башҡортостанда шәхси эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр эш асыуға 250 мең һум аҡса, түләүле уҡыу өсөн 30 мең һум компенсация алыу хоҡуғына эйә. Ошо хаҡтағы ҡарарға республика Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. 

«Короновирус һәм әлеге ваҡытта санкция ҡыҫымы арҡаһында эшҡыуарҙарға үҙ эшмәкәрлеген алып барыу ауырлаша. Ошо ярҙам сараһы бәләкәй предприятиеларға үҙ эшен һаҡлап ҡалырға йәки яңыһын асырға, кешеләрҙе эш менән тәьмин итергә ярҙам итәсәк», – тип белдерҙе Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

Субсидияны Башҡортостан буйынса шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән, эшмәкәрлек алып барған һәм һуңғы өс ай эсендәге килеме йәшәү минимумынан түбән булғандар юллай ала. Башҡортостанда был хаҡ – 12 110 һум. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ ғаилә ағзаларының килеме иҫәпкә алына.Унан тыш, эшҡыуарҙың дисквалификацияланған шәхестәр реестрында тормауы һәм һалым буйынса бурыстары булмауы шарт.

Субсидияны ҡорамалдар һатып алыуға, эш урындары булдырыуға, ҡуртымға бина алыуға, лицензиялы программалар менән тәьмин итеүгә тотонорға мөмкин.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: