Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Август 2022, 11:54

Отпуск көндәрен йыл дауамында файҙаланмаһаң, улар «янамы»?

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт аңлата.

Юҡ, «янмай». Әгәр һеҙ ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында отпускыға сыға алмаһағыҙ, көндәр икенсе йылға күсерелә.

Әгәр ике йыл рәттән отпускыла булмаһағыҙ, законға ярашлы, эш биреүсе һеҙҙе ял итергә ебәрергә тейеш.

Әгәр хеҙмәткәр:

- 18 йәштән кесе;
- зарарлы производствола эшләй;
- хәүефле шарттарҙа эшләй икән хеҙмәткәрҙе ялға ебәреүҙән баш тарта алмайҙар.

Отпуск буйынса һорауҙар килеп тыуған осраҡта Башҡортостанда йәшәүселәр Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Оло граждандар урамы, 24.

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 277-87-18
«Ҡыҙыу линия» телефоны: 8 (347) 277-87-02 ( эш көндәрендә, 9.00-18.00)
e-mail: [email protected].
онлайнинспекция.рф

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: