Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
16 Август 2022, 11:46

Владимир Путин «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Документҡа ярашлы, Рәсәйҙә 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата премия алыу хоҡуғына эйә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдә «Герой-әсә» исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, Рәсәйҙә 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата премия алыу хоҡуғына эйә.

Бынан тыш, хәҙер «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалы менән бүләкләгәндә ата-әсәләрҙең йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғандарҙың береһенә бер тапҡыр 200 мең һум түләнә.

ФОТО: https://fedpress.ru/

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: