+1 °С
Болотло
Хеҙмәт министрлығы пресса хеҙмәте хәбәр итеүенсә пенсияның уртаса күләме 21 864 һумға тиклем етәсәк.
Пенсия түләү өсөн Социаль фонд бюджетында 9.5 триллион аҡса һалынған, шул иҫәптән страховкалау өлөшөнә 9 триллион.
Йылдағыса пенсия күләмен индексациялау 1 ғинуарҙа үткәреләсәк.
Юғары инфляция шарттарында 2022 йылда пенсия күләмен бер нисә этапта хаҡтарҙың күтәрелеүенә ҡарап арттырыу ҡаралды.
2022 йылдың 1 ғинуарына уртаса страховкалы пенсия күләме 19 017 һум булһа, июлдә индексацияланғас, 20 864 һум тәшкил итте, яңы йылдан был һан 21 864 һум буласаҡ.