– Ленара Азат ҡыҙы, һеҙҙең эшегеҙ нимәнән ғибәрәт? Асыҡлыҡ индереп китегеҙ әле.
–Имен булмаған ғаиләләр, эш боҙоусы ауыр үҫмерҙәр менән эшләйбеҙ. Социаль приют менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, уларға ҡулдан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.
–Тимәк, бәлиғ булмағандар араһында эш боҙоусылар ҙа осрай?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай осраҡтар булып тора. Мәҫәлән, үткән йылда район территорияһында гр. К.;төркөм менән гр. Б, гр. А., гр. М.урлашып енәйәт ҡылдылар. Йәмғиәт өсөн хәүефле эш ҡылғандары өсөн бәлиғ булмаған гр. И. һәм гр. Ҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусыларҙы ваҡытлыса тотоу үҙәгенә 48 сәғәткә ебәрелде. Бәлиғ булмағандар араһында иҫерткес эсемлектәр ҡулланыусылар ҙа осрай. Мәҫәлән, гр. С. йәмәғәт урынында иҫерек килеш тотолоп, полиция бүлегенә килтерелде.
– Был үҫмерҙәр мотлаҡ иҫәпкә ҡуйылалыр инде?
– Әлбиттә. Бөгөнгө көндә беҙҙә профилактик иҫәптә 25 имен булмаған ғаилә һәм 20 үҫмер тора. Үткән йыл дауамында 17 бәлиғ булмаған бала һәм ата-әсәйлек бурысын үтәмәгән 15 кеше ҡуйылды.
– Ата-әсәйлек бурысын үтәмәгәндәр ҙә ярайһы ғына күп икән...
– Эйе, уларҙың балаларын шул тиклем йәлләйем. Ата-әсәләре уларҙы ниндәй көндә йәшәткәнен белһәгеҙ икән... Мәҫәлән, бер әсә төндә иҫереп ҡайта ла, ҡустыңа ен эйәләшкән бит, тип ҙур улын уятып, доға уҡырға ҡуша. Хатта бәләкәй балаһын тәҙрәнән ҡарға ырғытып язалаған әсәйҙәр ҙә бар! Күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ. Ул балалар нисек кенә түҙәләр икән?
– Күптән түгел Ҡужанаҡта булған хәл район халҡын ғына түгел, бөтә республиканы тетрәндерҙе...
–Эйе, бик ауыр хәл. Өләсәйҙәр ейәндәрен һөйөп бағып, өгөт-нәсихәт кенә уҡып ултырырға тейеш тә бит... Ә бында киреһенсә...Кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан өләсәй кеше 10 һәм 8 йәшлек ейәндәрен ҡыйырһыта, аслы-туҡлы тота, мәшәҡәтләмәһендәр өсөн баҙға бикләп ҡуя. Улай ғына ла түгел, баҙ өҫтөнә хатта эҫе һыу һибә. Был ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.
–Ата-әсәйҙәр араһында балаларына ҡарата енәйәт ҡылыусылар ҙа бармы?
– Бар, был бик насар күренеш. Балаһына ауыр тән йәрәхәттәре һалған гр. Г.,балаһы менән ҡаты мөғәләмә иткәне һәм уны тейешенсә тәрбиәләмәгәне өсөн гр. Ш, гр. Ҡ., гр. А. енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Улай ғына ла түгел,ата-әсәләр араһында власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыусылар ҙа осрап тора. Шундай ҡылыҡтары өсөн гр. Е. һәм гр. М.ла яуап бирергә тура киләсәк.
– Был ғаиләләрҙе даими тикшереп тораһығыҙмы?
– Әлбиттә. Иҫәптә торған һәр ғаилә һәм һәр үҫмер – ныҡлы тикшереү аҫтында. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комитет, опека органдары, “Ғаилә” социаль үҙәге, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының социаль эштәр буйынса белгесе менән бергә рейд саралары, “Үҫмер-ғаилә” операцияһы барышында иҫәптә тороусы ғаиләләр, үҫмерҙәр айырыуса күҙәтеү аҫтында.
– Һеҙ ирекмәнлек менән дә шөғөлләнеп өлгөрәһегеҙ, шулаймы?
– Эйе. Был юҫыҡта йыл да күп кенә эштәр башҡарыла. “Уҡырға барырға ярҙам ит”, “Ҡыш бабай-полицейский” акциялары барышында беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ҙур ярҙам күрһәтәбеҙ. Акция үтмәгән ваҡыттарҙа ла ирекмәнлек менән шөғөлләнеүҙе ташламайбыҙ. Битараф булмаусыларға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт.
– Ленара Азат ҡыҙы, балалар араһында тәртип боҙоусылар әҙерәк булһын өсөн ни эшләргә?
–Әлбиттә, тәү сиратта ғаиләлә яҡшы тәрбиә булырға тейеш. Ата-әсә үҙе лә балаһы өсөн өлгө булып торорға бурыслы. Шулай уҡ баланы насар дуҫтарҙан, кире кисерештәрҙән ҡурсалау ҙа мөһим.
–Йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Ленара Азат ҡыҙы! Еңел булмаған эшегеҙҙә түҙемлек, уңыштар теләйбеҙ! Насар ата-әсәйҙәр һәм бәхетһеҙ балалар әҙерәк булһын!