Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Август 2023, 17:51

Инвалид кешенең ата-әсәһе ваҡытынан алда пенсияға сыға аламы?

Ғаиләлә һигеҙ йәштән өлкәнерәк ғәрип бала булғанда ата-әсәнең береһе ваҡытынан алда, асыҡлап әйткәндә, әсәй кеше 15 йыллыҡ страховка стажы менән - 50 йәштән, ә атай кеше 20 йыллыҡ страховка стажы менән 55 йәштән пенсияға сығырға мөмкин. 

Инвалид кешенең ата-әсәһе ваҡытынан алда пенсияға сыға аламы?
Инвалид кешенең ата-әсәһе ваҡытынан алда пенсияға сыға аламы?

Пенсия юллау өсөн Социаль фондтың урындағы бүлексәһенә йәки Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ. Документтарҙан паспорт, СНИЛС, хеҙмәт кенәгәһе һәм инвалидлыҡ тураһында белешмә әҙерләгеҙ.

Әйткәндәй, опекундар ҙа пенсияға иртәрәк сыға ала. Опекун өсөн пенсия юллау нескәлектәрен тейешле органдарҙан белешеү мотлаҡ. Төп шарт - балаға һигеҙ йәш тулғансы опекун булырға кәрәк.

Һорауҙарығыҙ ҡалһа, Берҙәм бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин:
8 800 100 000 1.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: