Субсидия күләме 500 мең һумға тиклем тәшкил итә, әммә тотонолған аҡсаның 50 процентынан артмаясаҡ.
Финанс ярҙамы конкурс нигеҙендә бирелә. Шул уҡ ваҡытта, конкурсты үткәреү ваҡытын муниципалитет үҙ аллы билдәләй.
Бөтә һорауҙар буйынса райондың бизнес-шерифына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт - Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайтында: https://vk.cc/akzyOd.
Шәхси эшҡыуар булып нисек теркәлергә һәм, шул уҡ ваҡытта, һалым тәғәйенләү йәһәтенән «Һөнәри килемгә һалым» режимын нисек һаҡлап ҡалырға йәки үҙеңә кәрәкле икенсе режимды нисек һайларға, шулай уҡ гранттар конкурсында нисек ҡатнашырға икәнен Башҡортостан Республикаһының «Минең бизнесым» үҙәгендә белешергә мөмкин: https://vk.cc/coPOS9. Телефон: 8 (347) 224 99 99.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Минең бизнесым» үҙәгендә республика эшҡыуарҙарына «берҙәм тәҙрә» форматында 100-гә яҡын бушлай хеҙмәт күрһәтелә. Шулар араһында - бизнес алып барыу, дәүләт финанс һәм финанс булмаған ярҙам төрҙәре буйынса консультациялар, бизнес өсөн профилле хеҙмәттәр, белем алыу өсөн яҙылыу һәм башҡалар.
Төбәктәге барлыҡ дәүләт ярҙам саралары менән түбәндә күрһәтелгән һылтанмалар буйынса үтеп танышырға була:
1 - «Минең бизнесым» үҙәге: https://vk.cc/crpN6Z
2 - Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталы:
https://vk.cc/crpN55
3 - Эшҡыуарлыҡ буйынса чат-бот: https://vk.cc/crpN3Y
Бизнесҡа ярҙам итеү буйынса федераль саралар - Рәсәй Хөкүмәтенең рәсми сайтында: https://vk.cc/cc5Q5b
#Бизнес
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан