– Сирен Наил ҡыҙы, бәлиғ булмағандарҙың тәртип боҙоуы, ата-әсәләрҙең үҙ бурысын тейешенсә үтәмәүе йыш күренешме?
– Мин был вазифала дүрт йыл эшләйем. Аллаға шөкөр, иҫәптә тороусы ғаиләләр кәмей. Уҙған йыл аҙағында улар 53 булһа, быйыл 30-ға ла тулмай. Беренсе йыл эшләгәндә комиссия ултырыштарында – 250-270 протокол, былтыр 150-160 эш ҡаралды. Ә быйылғы ноябргә балаларға һәм ата-әсәләргә ҡарата төҙөлгән административ протоколдар һаны 100-гә лә тулмай.
– Ыңғай күрһәткес. Сәбәбен нимәлә күрәһегеҙ?
– Был – беҙҙең туҡтауһыҙ эшләү, һөйләшеү, яҡшы яҡҡа үҙгәртеү һөҙөмтәһе. Бөтә бәлә – эскелектә. Шуға ла һандарҙың кәмеүе эскелеккә ҡаршы көрәштең дә һөҙөмтәһе. Опека бүлеге етәксеһе Луиза Исламова менән былтыр ғына 20-ләп кешене дауаланырға ебәрҙек. Уларҙың күбеһе – Баймаҡ, ҡайһы берҙәре Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡалаһына барҙы. Араларында дауаланыу тураһындағы ҡағыҙҙы һатып алып ҡайтыусылар ҙа бар. Ысынында улар беҙҙе түгел, үҙҙәрен алдай бит.
– Дауаланыу хаҡында ентекләребәк һөйләп китегеҙ әле. Бәлки кемгәлер файҙаһы тейер.
– Дауаланыу түләүле, шуға һөҙөмтәле лә. Өфөлә бушлай дауаланырға була әлбиттә, тик унда организмдан спиртты сығаралар ҙа, шуның менән эш бөттө. Ҡайтҡас ҡабаттан эсергә лә мөмкиндәр. Ә Баймаҡта кодировкалайҙар, шуға ла унда барғандар шәбәйеп ҡайта.
– Дауаланырға тәҡдимде эскән кеше нисек ҡабул итә?
– Уларҙың күбеһе үҙен эсергә яратам, тип уйламай шул. Хатта ауылдарға рейд менән барғанда ла: "Нишләп миңә килдегеҙ, мин эскесе түгел! Ана тегегә барығыҙ, ул эсә!" – тип ҡысҡыра башлай.
– Имен булмаған ғаиләләр ҡайһы биләмәлә күберәк?
– Халыҡ күп булыуҙанмы, әллә төрлө ауылдарҙан йыйылғанғамы инде, әммә бындай ғаиләләрҙең күбеһе Иҫәнғол биләмәһендә. Шулай уҡ район үҙәгенә яҡын биләмәләрҙә ярайһы ғына. Алыҫтағы ауылдарҙа әҙ. Бәлки беҙ уларҙың тын алышын белеп тә еткермәүҙәндер. Беҙ бит күрәҙәсе түгел.
– Тимәк имен булмаған ғаиләлнең, уларҙа тәрбиәләнгән балаларҙың яҙмышы ауылдаштарынан да тора?
– Мәғлүмәт күберәк биләмә башлыҡтарынан, ауыл фельдшерҙарынан килә. Хәҙер битарафлыҡ көслө. Күптәрҙе ауылдаштарының йәшәйеше ҡыҙыҡһындырмай. Ә шулай ҙа, сигнал ебәреүселәр бар. Беҙ бындай ғаиләләргә кисекмәҫтән барабыҙ, балаларҙың йәшәү шарттарын ҡарайбыҙ. Әлбиттә, алдап шылтыратыусылар ҙа булғылай. Быны улар ниндәй маҡсат менән эшләйҙер, билдәһеҙ.
– Эш боҙоусы үҫмерҙәр имен булмаған ғаиләлә тәрбиәләнәме?
– Өлгөлө ғаиләлә үҫкән баланың да хаталаныуы бар. Әммә барыбер эш боҙоусыларҙың күбеһе – имен булмаған ғаиләләрҙән. Эскән әсәй тәрбиәһендә үҫкән, бер нисә тапҡыр приютҡа эләккән ҡыҙҙарҙың үҫеп, ғаилә ҡорғас, шул юлдан китеүе ҡыҙғаныс. Бөгөнгө шундайҙар менән дә эшләйбеҙ.
– Рейдҡа йыш сығаһығыҙмы? Нисек ҡаршы ала?
– Иҫәптә торған ғаиләләр буйлап квартал һайын өсәр көн йөрөп ҡайтабыҙ. Район үҙәгенең төрлө ойошмалары белгестәренән өс төркөм төҙөлә. Полицияның участка уполномоченныйы, ауыл биләмәһе башлығы ла улар менән йөрөргә бурыслы. Ата-әсәй айныҡ булһалар, тыныс ҡаршы ала. Эскән булһалар, агрессияларын күрһәтеүҙәре лә мөмкин. Шулай ҙа күбеһе беҙҙең яҡшылыҡ теләүебеҙҙе, улар өсөн тырышыуыбыҙҙы аңлап тора. Ведомство-ара иҫәп – ул ғаиләне соҡорҙан сығарыу юлы бит. Мәшғүллек үҙәге, дауахана, мәктәп, “Ғаилә” үҙәге, полицияның бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторы һ.б. иҫәптә торған ғаиләгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, контролдә тота.
– Ә иҫәпкә ҡуйылған үҫмерҙәргә килгәндә? Иҫәптә тороу уларҙың яҙмышында ҡара тап булып ҡаламы?
– Үҫмер етди урынға уҡырға инергә уйлай икән, уҡыу йорто абитуриенттың теркәлеү урыны буйынса һорау ебәрә. Шулай уҡ эшкә урынлашҡанда ла ҡыйынлыҡтар буласаҡ. Һәр ваҡыт булмаһа ла, был факт кеше тормошонда барыбер сағыласаҡ.
– Сирен Наил ҡыҙы, һүҙегеҙҙе йомғаҡлап нимә әйтер инегеҙ?
– Кешеләр ғаиләләр, балалар яҙмышына битараф булмаһын ине. Әгәр кемдер эскелек менән мауығып, балаларын ҡарамауын күрһәләр, кисекмәҫтән тейешле органдарға хәбәр итһендәр. Һәр баланың тормошо бәхетле һәм имен булырға тейеш!
– Фәһемле әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.
“Имен булмаған ғаиләләрҙә үҫкән балалар “Ал елкән” балалар һауыҡтырыу лагерында бушлай ял итә ала. Шифаханаға бушлай юлламалар бүленә. Тик унан баш тартҡан ата-әсәйҙәр бар. Сәбәбен дә аңлатмайҙар. Юл хаҡын түләргә кәрәклеге ҡурҡытамы уларҙы, әллә балаларын әҙерләп алып барырға ялҡауланалармы – ул яғы беҙгә ҡараңғы.”