Беҙҙең райондан Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы Арина Ключенкова, (Иҙелбәк мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Мәҙинә Бикмөхәмәтова, Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Елизавета Анцифрова, Таҙлар мәктәбенең 2-се класс уҡыусыһы Рәлиф Ғабдрахимов, Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Амалия Хөсәйенова, Муйнаҡ мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Алтынай Хәйбуллина, М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Рәмис Мортазин һәм Абзан мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Әмирхан Вәлиевҡа был сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.
“Башҡортостан” концерт залында үткән байрамда балалар әкиәт геройҙары менән бергә уйнап-бейеп, күңел асҡан. Уларға театрлаштырылған Яңы йыл тамашаһы күрһәтелгән. Байрам бүләге итеп ойоштороусылар һәр балаға рюкзак тултырып күстәнәс, Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” китабы, “Бибигөл” өҫтәл уйыны һәм термос тапшырған.
Уҡыусыларға барыһы ла, бигерәк тә матур итеп биҙәлгән ҙур шыршы оҡшаған.