Республика етәксеһе шундай һүҙҙәр менән 2020 йылдың 1 октябрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” республика проектына ҡул ҡуйғайны. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы “Башҡортостандың туризм үҫеше үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған берләшмә менән берлектә ошо проект сиктәрендә “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проектын тормошҡа ашыра башланы. Уның ярҙамында хаҡлы ялдағыларға бер йәки ике көнлөк сәйәхәттәр ойошторола.
Был проект ғәмәлгә ингәс тә, Ейәнсура районының әүҙем пенсионерҙары өсөн яңы тормош башланды. Улар бығаса Яҡтыкүл буйында шифаханала ял итергә, Мораҙым тарлауығында, Шүлгәнташ мәмерйәһендә булырға ла, “Башҡорт аты” фестивален күрергә лә өлгөрҙө. Шулай уҡ Башҡортостандан ситкә – Ҡазанға, Ырымбур өлкәһенә Соль-Илецкиға барыу ойошторолдо.
Ошо көндәрҙә ейәнсуралар өсөн йәнә матур сәйәхәт ойошторолдо. Теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, ойоштороусылар хаҡлы ялдағыларҙы ике төркөмгә бүлде. Шулай итеп, Ейәнсура пенсионерҙары ике көн рәттән Ырымбур өлкәһенә, Лунапаркка сәйәхәт ҡылды.
–Беҙгә Лунапарк шул тиклем оҡшаны! Әйтерһең дә, ул Ырымбур далаларындағы тере тәбиғәт оазисы. Ямғырҙан һуң ылыҫлы урман еҫе шул тиклем тәмле ине. Килеүселәрҙең иғтибарынан ҡәнәғәт булған быуалағы ғорур аҡҡоштар, парк территорияһында иркен йөрөгән ҡыйыу һәм хатта тәкәббер төньяҡ боландары, төрлө тоҡомло матур фазандар – барыһы ла шул тиклем матур! Боронғо рус стилендәге ҡоролмалар, семәрле биҙәкле беседкалар, төрлө бәүелсәктәр, әкиәт геройҙары статуялары өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла һөйөндәрәлер, моғайын.Был матур урындан хатта ҡайтҡы килмәй ине. Алла бирһә, ошо уҡ төркөм менән тағы ла экскурсияға барып, шатланып ҡайтырбыҙ, тигән өмөттәмен, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Абзан ауылынан Фәниә Ғәйнуллина.
Нәзирә Кәримова, район ветерандар советы рәйесе:
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” сиктәрендә ҡайҙа ғына булманыҡ. Күптән түгел Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан лунапаркты күрҙек, Торатауға ла барып ҡайттыҡ. Ошо аҙна башында шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан тоҙло бысраҡтан шифа алдыҡ, көн матур торһа, алдағы аҙнала Соль-Илецкиға барырға уйлап торабыҙ. Сентябрь уртаһында иһә “Яҡтыкүл” шифаханаһына, Абҙаҡта урынлашҡан аквапаркка сәйәхәт ойоштороласаҡ. 21-22 сентябрҙә 48 кеше Ҡазанға эксурсияға барасаҡ. Бөгөнгө көндә исемлек төҙөү менән мәшғүлбеҙ.
Проект ярҙамында күпме кеше ят урындарҙы күрҙе, ҡыуанып ҡайтты! Оло кешегә һәр ваҡыт иғтибар кәрәк. Кеше тота килеп ҡапыл ял итергә сығып китә алмай бит. Ә бында беҙ 50-шәр кеше йөрөйбөҙ, барыһы ла үҙенә яңы таныштар таба, элеккеләре менән аралаша. Иң мөһиме: барыһы ла бушлай. Ошондай шәп проектты булдырыусы һәм тормошҡа ашырыусы Республика етәкселегенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Айнә Иманғолова.