Сирғол ауылында модулле ФАП республикала иң беренселәрҙән булып – 2021 йылдың 29 ғинуарында үҙ ишектәрен асҡайны. Сирғол һәм Саҙалы халҡы әле булһа был яҡты, йылы, уңайлы бинаға ҡыуанып бөтә алмай. 2018 йылдан халыҡ һаулығы һағында тороусы фельдшер Ирина Ғүмәрова ла бик ҡәнәғәт:
– Быға тиклем ауыл мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан ФАП-та ҡышҡыһын шул тиклем һыуыҡ булды. Эстә һыу юҡ, бәҙрәф алыҫ. Ә хәҙерге бина килгән халыҡ өсөн дә, эшләгән минең өсөн дә бик уңайлы, – ти ул.
Бинанан тыш, күптәрҙә булмаған кислород ебәреү аппараты, инструменттарҙы стерилләү ҡоролмаһы булыу, һыуытҡыстар, мебелдең яңы булыуы ла эште еңелләштерә.
– Хатта йыйыштырыу ҡорамалдары һаҡлай торған бүлмә бар! Ә инде бәҙрәф (әйткәндәй, ул инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған), йылы, һыуыҡ һыуҙы әйтеп тә тормайым, – тип ҡыуанып бөтә алмай Ирина Байгилде ҡыҙы.
ФАП-та анализдар бирергә лә, кәрәкле табипҡа яҙылырға ла мөмкинлен. Ваҡытында һаулығыңды ҡайғыртырға, тикшерелергә генә ҡала.
Айнә Иманғолова.
Фото редакция архивынан.
Гөлгөнә Ағишева, Сирғол ауылы:
– Элекке ФАП менән сағыштырһаң, хәҙергеһе мең тапҡыр яҡшыраҡ, тиһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ. Ауыл үҙәгендә урынлашыуы ла, машина менән килеүселәргә транспорт ҡуйырға урындың күплеге меәнән дә йәтеш. Мин ҡайһы берҙә укол һалдырырға, ҡан баҫымы үлсәтергә йөрөйөм. Табипҡа яҙылғаным да бар. Фельдшерыбыҙ Ирина һылыу шул тиклем яҡшы, ярҙамсыл! Ҙур рәхмәт уға!