Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәйлә апайҙың тормош юлы тигеҙ генә бармай. 23 йыл йәшәгәндән һуң, күп сәбәптәр арҡаһында, артабанғы ғүмер юлын тормош иптәшенән башҡа үтергә ҡарар итә. Өс балаһы менән атаһы йортона ҡайтып, балалары менән шунда йәшәй башлай. Шул ваҡытта Байдәүләт ауылы мәҙәниәт йортоноң “Умырзая” вокал ансамбле ҡыҙҙары “Өйҙә күңелһеҙләнеп ултырма, тормош дауам итә, әйҙә беҙҙең ансамблгә!” тип саҡырғас, ул риза була һәм ансамблдең бер өлөшөнә әйләнә.
Был хәлдәрҙән һуң 11 йыл үткән инде. Бөгөн Рәйлә Хәлил ҡыҙы – Байдәүләт ауылының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ауыл Советы депутаты ла. Күптән түгел байдәүләттәр “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә район данын яҡлағайны. Ошо конкурсҡа әҙерләнгәндә Рәйлә апай күп эштәр башҡарған – бәйге сиктәрендә ауылдаштарына лекциялар уҡыған, әңгәмәләр ойошторған, шулай уҡ “Умырзая”лар менән репетицияларға йөрөргә, сығыш яһарға ла өлгөргән.
Әлбиттә, яныңда һәр ваҡыт ҡеүәтләп тороусы, уңыштарыңа ҡыуаныусы тормош юлдашың булһа, күпкә еңелерәк. Һигеҙ йыл элек Рәйлә апай ауылдашы Рәис Ғилметдин улы Ҡаһармановҡа тормошҡа сыҡҡан. Ҡатыны йәшләй генә мәрхүмә булған Рәис ағайҙың улы һәм ҡыҙы бар. Бөгөн улар биш балаларын уртаҡ итеп, ейәнсәр һәм ике ейән һөйөп, бәхетле, татыу ғүмер итәләр.
– Рәис шул тиклем яҡшы кеше. Минең төп эшемдә лә, йәмәғәт эштәрендә лә ярҙам итә. Ул – минең, мин уның балаларын үҙебеҙҙекеләй күреп яратабыҙ, бер ҙә айырмайбыҙ. Мин уға бик рәхмәтлемен, – ти бәхетле йылмайып Рәйлә апай.
Рәйлә Хәлил ҡыҙы бешеренеүгә, ҡул эштәренә лә бик оҫта. Биш йәштә(!) сит бәйләргә өйрәнә, шул ваҡыттан алып энәне ҡулынан төшөрмәй – нимә генә бәйләмәгән ул! Уның күҙ яуын алып торған эштәре ауылда үткән һәр саралағы күргәҙмәләрҙә барыһын да һоҡландыра. “Нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ?” тигән һорауыма Рәйлә апай:
– Ауылым тип янып торам, шул миңә көс-дәрт өҫтәй, ҡеүәтләй. Беҙҙең ауыл халҡы уңған, берҙәм. Нимә тиһәң дә, тыңлап, эшләп тә ҡуялар. Эшемде яратам, нисек кенә ауыр булмаһын, ул минең тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Берәй кем ауырып китһә, мин шул тиклем көйәм, уны дауалау өсөн бар көсөмдө һалам, ваҡытымды бирәм, – тине.
Ошондай көслө, әүҙем, уңған, өлгөр ҡатын-ҡыҙҙар булғанда, ауылдарыбыҙ гөрләйәсәк, күркәмләнәсәк кенә.
Айнә ИМАНҒОЛОВА.