Икеһе лә ошо ауылдыҡы булған Абдулла Хөснулла улы менән Рәйлә Камил ҡыҙы 1992 йылда туй үткәреп, тормош ҡороп ебәргән. Ғаилә усағын ҡабыҙған осор бик еңелдән булмаһа ла ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайҙар. Икеһе лә тырыш ғаиләлә тәрбиә алған йәштәр йорт күтәреп сыға, яйлап донъя бөтәйтә. Тормоштарына йәм өҫтәп, бер-бер арты донъяға килгән өс бала артабан да тырышыбыраҡ эшләргә, йәшәргә көс бирә.
-Колхоз тарҡалғас, эш урындары бөттө. Иптәшем ситкә китеп эшләп тә ҡараны. Уйлаштыҡ та, ауылда хөкүмәт эше булмаһа ла йәшәп була, тигән һығымтаға килдек. Туйға әйтелгән малдарҙы тотонмағайныҡ, ишәйә барҙылар. Һауын һыйырҙарын арттырҙыҡ, аттар ҙа яйлап күбәйҙе. Эш тә, аш та артты, Аллаға шөкөр. – ти Рәйлә Камил ҡыҙы. – Тормош иптәшемдән уңдым, егәрле, тырыш ул беҙҙең Абдулла. Бер беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, тыңлап йәшәйбеҙ,
Ҡәйепҡоловтар һауын һыйырҙары ла, иткә башмаҡтар ҙа аҫырай. Ит тигәндәй, уға һәр саҡ һатып алыусылар бар. Электән алғандар йылда һуғымға алдан заказ биреп ҡуя. Бер нисә баш һыйыр быҙауҙарын имеҙә, шулай иткәндә быҙауҙар шәпле була, ти хужалар. Икәүләп бергәләп аппарат менән һауалар, тик бер һыйырҙы ғына Рәйлә апай үҙе ҡул менән һауа. Хужабикә малҡайҙарҙың ағын бер тамсыһына тиклем әрәм итмәй эшкәртеп тора. Айыртып майын да бешеп ҡуя, ҡоротон, ҡыҙыл эремсеген ҡайната. Байтаҡ йылдар дауамында үҙенең даими клиенттары ла бар. Һатып алыусылар ул етештергән һөт ризыҡтарын көтөп кенә тора. Абзан, Һарыҡташ баҙарҙарына ла алып баралар, өйҙән дә үҙҙәре килеп алыусылар байтаҡ. Ғөмүмән алғанда, тәбиғи һәм таҙа ризыҡҡа һәр ваҡыт һорау бар.
Хужабикә һөт ризыҡтарын етештерһә, ҡура тирәһендәге бар эште Абдулла ағай үҙе башҡара. Малдарҙы ашатыу, эсереү, аҫтарын таҙартыу уның иңендә. Эштән буш сағында улдары Айгиз дә ярҙам итә, ул Абзандағы “Инәк” хужалығында тракторсы булып эшләй. Бесәнде хужалар үҙҙәре әҙерләй. Был еңел булмаған эштә тракторҙар һәм уларға тәғәйенләнгән төрлө ҡоролмалар ярҙам итә. Әле быйыл бесән осорона самалап пресс та алып ҡайтҡандар. Хәҙер мал аҙығын әҙерләү өсөн барлыҡ кәрәкле техника үҙҙәрендә бар.
Әйткәндәй, күптәр кредиттар алып, ай һайын түләүҙәр түләгән осорҙа Ҡәйепҡоловтар үҙ ғүмерҙәрендә бер тапҡыр ҙа кредит алмаған. Һәр бер техниканы алғанда яйлап мал, һөт ризыҡтары һатылғандан йыйып барған аҡсаны ҡулланғандар.
Баҡса, картуф, ҡабаҡ үҫтерә уңған хужалар. Ҡабаҡты айырыуса күп сәсәләр, малға ашатырға уңайлы, һуғымлыҡ малдың ите лә татлы була, ти улар. Абдулла ағай бер осор бал ҡорттарын да күпләп тотҡан, әле үҙҙәренә етерлек кенә аҫырайҙар. Тағы ла ул оҙон ҡышҡы кистәрҙә ағастан төрлө әйберҙәр яһарға ярата. Рәйлә апай тормош иптәшенең бүләк һандығын күҙ ҡараһылай һаҡлап ҡына тотона. Хужабикә үҙе лә тик ултырмай, буш ваҡытында ҡулына бәйләмен тота. Икеһе лә бөтмөр, егәрле булғанға донъялары ла етеш Ҡәйепҡоловтарҙың.
Рәйлә апай менән Абдулла ағай балаларына ла яҡшы тәрбиә, белем биреүҙәре менән башҡалар өсөн өлгө. Балалары иһә ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һәр береһе күңеленә ятҡан эш табып, эшләп йөрөйҙәр. Айгөл менән Айсыуаҡ Өфөлә ғаиләләре менән йәшәһә, Айгиз әле өйләнмәгән, ауылда төпләнергә ҡарар иткән.
Зәлиә Байғусҡарова.
Фото ғаилә архивынан.