Эйе, йөрәк ауырыуынан интеккәндәр инсульт мониторингы үҙәге асылыуҙың ыңғай яҡтарын күрһәтеп өлгөрҙө лә инде. Иҫәнғол район дауаханаһы үҙәк менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары буйынса тиҙ ярҙам саҡырылған осраҡта, табип шунда уҡ үҙәккә шылтыратып, ауырыуҙы артабан тикшереү үткәреү йәки дауалау хаҡында килешә. Кисекмәҫтән ярҙам кәрәк булғанда, бер-ике көн эсендә тиҙ ярҙам машинаһы менән алып барыу ҡаралған. Әгәр ауырыуҙың хәле яҡшырһа, табип-кардиолог йүнәлтмә биреп, билдәле бер көнгә уны ҡабул итеүгә яҙҙырырға тейеш.
Үҙәктә ниндәй ауырыуҙарҙы ҡабул итәләр һуң? Гипертония, йөрәктең ишемия ауырыуы, йөрәктең тулы кимәлдә эшләмәүе, кардиомиопатия, йөрәк ритмы боҙолоу, тыумыштан булған йәки һуңынан барлыҡҡа килгән йөрәк ауырыуынан яфаланыусылар үҙәктәге табиптарға күренә ала.
Тикшереүҙәргә килгәндә, йөрәк УЗИ-һы, холтер мониторингы, көсөргәнеш ярҙамында һынауҙар, компьютер томографияһының бөтә төрҙәре, коронарография үтергә мөмкин.
Үҙәктә йөрәк һәм уның янындағы тамырҙарға стендтар ҡуйыу, кардиостимулятор урынлаштырыу, йөрәк клапандарын протезлау кеүек операциялар эшләнә.
Үҙәктең иң ҙур уңайлылығы, моғайын, телемедицина консультацияһылыр. Ундағы табиптар һәр шишәмбе һәм кесаҙна махсус программа аша беҙҙең поликлиника кардиологы менән видеобәйләнеш аша һөйләшеп, тәжрибә уртаҡлаша. Кәрәк булғанда, пациентты ла ошо рәүешле ҡабул итәләр. Ауыр осраҡ булһа, табиптар сирлене квота менән Мәскәүгә йәки Новосибирск ҡалаһына ебәрәләр.
Иҫәнғол Үҙәк дауаханаһы табип-кардиологы Илдар Ғарифуллин әйтеүенсә, халыҡ үҙәктең эше менән бик ҡәнәғәт.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.
Илдар Ғарифуллин, табип-кардиолог:
– Инсульт мониторингы үҙәге асылғандан алып, күп пациенттарҙы йүнәлтмә менән унда тикшерелергә һәм дауаланырға ебәрҙек. Әрмегә медицина тикшереүе үткән егеттәрҙе лә шунда ебәрергә тейешбеҙ. Быйыл, үткән йыл менән сағыштырғанда, инсульттан вафат булыу осраҡтары – 20, ә инфаркттан 30 процентҡа кәмене. Бында, һис шикһеҙ, Инсульт мониторингы үҙәгенең дә өлөшө ҙур.
Әнис Аҡбутин, Иҫәнғол ауылы:
– Үткән йыл Өфөлә йөрәкте шунтлау буйынса операция кисерергә тура килде. Дауаханала табиптар, шәфҡәт туташтарының яҡшы мөнәсәбәте, үҙ эштәрен теүәл белеп үтәүҙәре күңелдә бик һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырҙы. Башҡортостанда табиптар шул тиклем һәйбәт, ситкә йөрөйһө түгел. Әле йөрәгемде даими тикшертеп торам. Алдағы дүшәмбе йүнәлтмә менән тағы ла кардиоүҙәккә барып күренергә йыйынам. Әйткәндәй, операциянан һуң дауаханала бер аҙ ятҡас, шифаханаға ебәрҙеләр. Эшләп йөрөүселәр өсөн ул бушлай.