Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
13 Октябрь 2025, 10:00

Әбүләйестәрҙең хыялы тормошҡа ашты

Ниһайәт, ауыл халҡының хыялы тормошҡа ашты –  бына тигән фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты.

Әбүләйестәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Әбүләйестәрҙең хыялы тормошҡа ашты
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: "Беҙ ауыл медицинаһын көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр менән сыҡтыҡ, был минең өсөн бик мөһим. Башҡортостанда ауылда йәшәгән халыҡ күп, шуға күрә был тема беҙҙең өсөн кәрәк”.
ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Медицинаның беренсел звеноһын комплекслы модернизациялау” программаһы ярҙамында барлыҡҡа килде.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты күптән яңыртыуҙы һораған. Быйыл был эшкә “Уралпромоборудование” ойошмаһы эшселәре тотоноп, свайҙар ҡатҡан, нигеҙ әҙерләгән. Шул уҡ ойошма модулдәрҙе йыйып, башын ябып ултыртҡан. “Гранд” йәмғиәте (етәксеһе Эдуард Шәрипов) иһә сантехник ҡоролмаларҙы урынлаштырған, һыу үткәргән. “Радуга” ойошмаһы (етәксеһе Риф Хәлитов) бинаны тыш яҡтан ҡойма менән уратып алған. Бына шулай күмәк көс менән эҙ уңышлы ғына башҡарылған.

Яңы медицина пунктын асыу тантанаһында мәртәбәле ҡунаҡтар –  Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәил Әбдрәхимов, район башлығы Дәмин Юланов, Ейәнсура районы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Марат Мөхәмәтов, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы баш табибы Владислав Ваһапов һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Ал таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы Рәил Рамаҙан улы, Дәмин Марат улы һәм Владислав Радик улына бирелде.

Яңы бина яңы инде: яҡты, йылы бүлмәләрҙән сафлыҡ бөркөлөп тора. Ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн бар уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Өр-яңы мебель, һыуытҡыс, инструменттарҙы зарарһыҙландырыу, буй, ауырлыҡ үлсәү ҡоролмалары урынлаштырылған. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау өсөн айырым бүлмә булдырылған. 35 йыл ауылдаштары һаулығы һағында торған фельдшер Гөлнара Мусинаға бындай пунктта эшләүе күпкә уңайлыраҡ буласаҡ.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор фотоһы.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас