Быйылғы йылдың 30 авгусы. Киске сәғәт 6-лар тирәһендә Яңы Петровка ауылында йәшәүсе 70 йәшлек Любовь Бирюкова ҡыҙы менән ейәнсәрен юлға оҙатырға тип урамға сыға. Шул ваҡыт уны бал ҡорто саға. Яҡындарын оҙатҡас, Любовь Михайловнаның хәле ауырлаша: тәне ҡыҙара, тын алыуы ауырлаша. Ул телефонын алып, туғандарына шылтыратып аллергиянан дарыу һорарға ниәтләй. Әммә ҡулы үҙенән-үҙе ауылдашы, табип Луиза Рәхмәтулла ҡыҙына шылтырата. Нишләп улай килеп сыҡҡанын хәҙер Любовь Михайловна үҙе лә аңлата алмай.
– Шул ваҡытта тап уға шылтыратмаһам, үлемемә 40 көн тулып килер ине. Уйлауы ла ҡурҡыныс! Луиза Рәхмәтулла ҡыҙы тиҙ арала килде, мин йығылған инем инде, тын алыуы ла бик ауырлашҡайны. Ике ҡулыма ла венаға укол һалып, нашатыр ҡулланып, мине үлемдән алып ҡалды. Шунан тиҙ ярҙам машинаһында мине дауаханаға оҙатты. Уны быға тиклем дә бик ихтирам итә инем. Яҡшы табип, ябай, итәғәтле, яҡшы кеше. Яңы Петровкала уны барыһы ла тик ыңғай яҡтан телгә ала, – ти Любовь Бирюкова.
Аҡ халатлы фәрештә, тип нәҡ Иҫәнғол үҙәк дауаханаһы табип-отоларингологы Луиза Нәбиуллина кеүектәр тураһында әйтеләлер, тип уйлап ҡуйҙым. Ә үҙе менән аралашҡас, бының дөрөҫлөгөнә инандым.
Луиза Рәхмәтулла ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, Мәләүездә, Өфөлә эшләй. Унан яҙмыш елдәре уны тыуған яғына – Ейәнсураға илтә. Табип-отоларинголог бына инде 22 йыл яҡташтары һаулығы һағында тора. Уны хеҙмәттәштәре лә, пациенттар ҙа хөрмәт итә, эшен юғары баһалай.
Табип дүрт йүнәлештә эшләй: ололар һәм балалар отоларингологы, дерматолог (табип отпускыла булғанда уны алыштыра) һәм реанимация табибы. Белгәндәре Луиза Рәхмәтулла ҡыҙына эштә генә түгел, тормошта ла ярҙам итә. Уға поезда, самолетта һәм башҡа урындарҙа күп тапҡыр кешегә тәү тиҙ ярҙам күрһәтергә тура килгән. Был – тик намыҫлы, Гиппократ антына тоғро, ҙур хәрефле Табиптың ғына эше.
– Бала саҡтан табип булырға хыялландым. Минең теләгемде аңлап, белем алырға ярҙам итеүсе атайым Рәхмәтулла Яҡуп улына һәм әсәйем Зөбәйҙә Сөнғәт ҡыҙына мәңге рәхмәтлемен. Тыныс йоҡлаһындар, – ти табип.
Луиза Рәхмәтулла ҡыҙы – 45 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған, күптәр ихтирам иткән белгес. Пациенттарын уңышлы дауалай ҙа бит, ә үҙенең күңел яраларына дауа булһасы... 2018 йылда улы Ришат ҡаты ауырыуҙан был донъя менән хушлаша. Бала ҡайғыһынан бөгөлөп төшкән ҡатынды тормош иптәшенең ярҙамы, яратҡан эше ҡотҡара. Яратҡан шөғөлө – төрлө илдәргә сәйәхәт ҡылыу ҙа ярҙам итә. Шри Ланка, Таиланд, Индия, Төркиә, Греция – тормош юлдашы Геннадий Владимирович менән йыл һайын сәйәхәт итәләр улар, башҡа халыҡтарҙың көнкүреше менән ҡыҙыҡһыналар. Тик бер йыл элек Луиза Рәхмәтулла ҡыҙы тағы ҡайғы кисерә: 15 йыл бергә татыу йәшәгән, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған тормош юлдашы вафат була. Әле ҡыҙы Диана, кейәүе Айрат, ейәне Эмиль, ейәнсәре Каролинаға йыуанып йәшәй ул. Яратҡан эше, пациенттарҙың рәхмәт һүҙҙәре лә йөрәген йылыта.
– Эшемде, сәйәхәт итергә, балаларыма, яҡындарыма, барлыҡ туғандарыма ярҙам ҡулы һуҙырға яратам. Ғөмүмән, кешеләргә файҙалы булыуы оҡшай, – ти Луиза Рәхмәтулла ҡыҙы.
Айнә Иманғолова.
Автор фотоһы.