Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
23 Декабрь 2025, 09:39

Ҡараңғы төндәрҙе яҡтыраҡ итәләр

22 декабрь – Энергетиктар көнө  

Ҡараңғы төндәрҙе яҡтыраҡ итәләр
Ҡараңғы төндәрҙе яҡтыраҡ итәләр

Бөгөн тормошобоҙҙо электрһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Утһыҙ, балҡып торған донъялар ҡараңғылыҡҡа сума, беҙҙең ярҙамсы техникалар тынып ҡала.

Светлана Абдрахманова район халҡын көнө-төнө электр энергияһы менән тәьмин иткән “Башкирэнерго” йәмғиәтенең “Күмертау электр селтәрҙәре” производство бүлегенең Ейәнсура электр селтәрҙәрендә 30 йыл эшләй. Уның, инженер булараҡ, вазифаһына яңы ҡулланыусыларҙы теркәү, йәки хужалары алышынғанда мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеү инә.

Һөнәре буйынса юғары белемле физика-математика уҡытыусыһы булһа ла Светлана Сәлмән ҡыҙына мәктәптә оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Ейәнсура электр селтәрҙәрендә эшләгән әсәһе ауырып киткәс, ул ваҡыттағы етәксе Әмир Ноғоманов эшкә саҡыра. Атаһы ла ошо уҡ ойошмала эшләгәс, өйрәнеп китеү ҡыйын булмай уға. Тәүҙә техник була, унан мастер итеп күсерәләр. Ошо осорҙа өйөндә электр энергияһы иҫәпләүсе ҡорамал булғандарҙың күбеһе уны танып белә.

Йыл һайын һөнәрҙәре һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса белемдәрен камиллаштырып, имтихандар тапшырып торалар. Ул йәһәттән талап бик ҡаты. Утыҙ йыл эсендә эштең бар нескәлектәрен белеп бөткән Светлана Сәлмән ҡыҙы инде эшкә яңы килгәндәрҙе өйрәтә, улар өсөн янып-көйөп тора. Тормош иптәше Роберт та янында эшләй, тимәк, өйҙә лә эш тураһында һүҙ йыш була икән.

Эйе, энергетиктарҙың эштәре тынғыһыҙ, ауыр һәм үтә яуаплы ла. Ҡараңғы төндәрҙе яҡтыраҡ итеү өсөн тырышып эшләгән райондаштарға тик изге теләктәр генә яуҙырабыҙ һәм байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас