Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Ғинуар , 00:00

Бурысһыҙ бурыслылар

Оҙайлы ялдан һуң иһә Иҫәнғол үҙәге баҙар кеүек гөрләп торҙо – “бурыслылар” райондың төрлө ауылдарынан йыйылды. “ЭкоСити” төбәк операторы вәкиле ултырған кабинетҡа иһә сират һыу буйы теҙелде. Барыһында бер һорау – ҡайҙан алынған ундай ҙур сумма?

Бурысһыҙ бурыслылар
Бурысһыҙ бурыслылар

Беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы борсоған һорау менән “ЭкоСити” төбәк операторының физик шәхестәр менән эш буйынса бүлек начальнигы Лариса Куцуеваға мәржәғәт иттек.

Торлаҡ милекселәре дөрөҫ иҫәпләмәү мәсьәләһе буйынса бик мөрәжәғәт итеп бармағанлыҡтан, төбәк операторы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр өсөн түләмәгән граждандарҙы асыҡлау буйынса инвентаризациялар, тикшереүҙәр һәм башҡа эштәр башҡарырға мәжбүр. Был закон менән тыйылмаған. Ғәмәлдәге ҡануниәттә төбәк операторының күсемһеҙ милек объекттары хужалары һәм унда йәшәүселәр тураһында ваҡытында һәм тулы мәғлүмәт алыу механизмдары регламентланмаған.

Ҡулланыусының коммуналь хеҙмәттәр башҡарыусыға, был осраҡта төбәк операторына, йортта йәшәүселәр һаны тураһында хәбәр итеү бурысы РФ Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се һанлы (ред. 29.06.2020) “Күп фатирлы йорттарҙа һәм торлаҡ йорттарҙа фатир хужаларына һәм ҡулланыусыларға коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында”ғы ҡарарында нығытылған, – тине Лариса Геннадьевна.

 Тимәк, ябай һүҙ менән әйткәндә, ҡулланыусылар дөрөҫ күрһәтелмәгән мәғлүмәттәр буйынса мөрәжәғәт итмәй, шуға ла ойошма үҙе тикшеренеүҙәр үткәрә. “ЭкоСити” йортта теркәлгән кеше иҫәбен белеү өсөн Торлаҡ коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына мәржәғәт итә. Рәсәй Эске эштәр министрлығы, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында” Федераль законды үтәү маҡсатында, тейешле тәртиптә
был системаға бер тораҡ йортта пропискаға теркәлгән граждандарҙың дөйөм һаны тураһында актуаль мәғлүмәттәрҙе урынлаштырып бара.

Нимә эшләргә?

Әгәр, һеҙ яңынан иҫәпләнгән, йә ҙур сумма өҫтәп яҙылған квитанция алһағыҙ, миграция хеҙмәтенә барып, АДРЕСНАЯ СПРАВКА һорап алырға кәрәк. Был справкала бөтә элек теркәлгән һәм прописканан төшкән кешеләрҙең исеме-фамилиялары дата менән булырға тейеш. Справка йорт кемдең исемендә, шул кешегә генә бирелә. Үҙегеҙ менән тейешле документтар (ЕГРН  выпискаһы, паспорт) булырға тейеш.  Был справканы шулай уҡ МФЦ йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша ла алырға мөмкин.  Ошо АДРЕСНАЯ СПРАВКАны “Эко-Сити”ға алып барып тапшырырға кәрәк.

Мәғлүмәттәр дөрөҫлөгө өсөн “ЭкоСити” яуап бирмәй

Хеҙмәт ҡулланыусылар килтергән һәм Торлаҡ коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһынан алынған справкалар араһында йортта теркәлгән кешеләр һаны тураһында актуаль булмаған мәғлүмәт урынлаштырыу осраҡтары күп. Төбәк операторы был системалағы мәғлүмәттәрҙең актуаллеге өсөн яуаплы түгел. Тимәк, дөрөҫлөктө иҫбатлайым тиһәң, йөрөргә кәрәк буласаҡ.

Торлаҡ мираҫҡа ҡалдырылған булһа?

Күп ҡулланыусыларҙы мираҫ итеп ҡалдырылған торлаҡ өсөн түләмдәр мәсьәләһе борсой. Үлгән кешенең йорто мираҫ итеп ҡалдырылған кешегә күсә һәм ул мөлкәткә һәм унан килгән бөтә килемгә хоҡуҡ ала. Шул уҡ ваҡытта йортто тотоу буйынса бөтә сығымдарҙы ла (һалым, коммуналь хеҙмәттәр) түләргә тейеш. Сығымдарҙы гражданин мираҫ хоҡуғы тураһында таныҡлыҡ алғандан йәки федераль теркәү хеҙмәте органында үҙенең торлаҡ бинаһына хоҡуғын теркәгән көндән түгел, ә мираҫ асылғандан (йәғни мираҫ биреүсенең вафатынан) алып түләргә тейеш (РФ ГК-ның 1152-се статьяһының 4-се пункты).

Әгәр йорт хужаһының үлмәҫ борон уҡ коммуналь түләмдәр өсөн бурысы йыйылһа, уны ла мираҫ итеп алған кеше түләргә бурыслы. Йортта, йә фатирҙа бер кем йәшәмәһә лә, иҫәптә тормаһа ла коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә кәрәк буласаҡ.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Шәхси иҫәпкә төҙәтмәләр индереү өсөн йәшәгән урыны буйынса компанияның клиент офисына мөрәжәғәт итергә, йә кәрәкле документтарҙы (яңы милексенең паспорты һәм күсемһеҙ милеккә милек хоҡуғын раҫлаусы документ) электрон почтаға: abonent-fl@roecocity.ru ебәрергә кәрәк .

Райондаштарыбыҙ бар һорауҙар буйынса ҡыҙыу линия телефондарына шылтырата ала:
+7(965) 939-49-00
+7(989) 959-49-00
+7(937) 497-49-00

Автор: Айгул Клысбаева
Читайте нас