Бөтә яңылыҡтар

"Йөрәктәргә ҡан һауҙырып, яҙмыш уны беҙҙән тартып алды"

16 февраль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улыбыҙ Марсель Сәлих улы Ҡәҙербәков менән мәңгелеккә хушлаштыҡ.Йөрәктәргә ҡан һауҙырып, яҙмыш уны беҙҙән тартып алды. Олоһона ла, кесеһенә лә итәғәтле, ярҙамсыл, егәрле булды беҙҙең улыбыҙ. Ихласлығың, ябайлығың менән һин беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәрһең.

"Йөрәктәргә ҡан һауҙырып, яҙмыш уны беҙҙән тартып алды"
"Йөрәктәргә ҡан һауҙырып, яҙмыш уны беҙҙән тартып алды"


🙏Марселебыҙҙы һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсуринға, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановҡа һәм уның командаһына, Яңыбай ауыл хакимиәте башлығы Фәһим Хужәхмәтовҡа, Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарының хәрби комиссариатына, "Бөркөт" хәрби хәрәкәттәр ветерандар ойошмаһына, рухи һам матди ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға, туғандарыбыҙға, улыбыҙҙың дуҫтарына, Яңыбай һәм Ярғайыш ауылдарының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, барлыҡ уҡытыусыларына, "Умырзая" һәм "Йәнгүзәл" ансамблдәре ҡыҙҙарына, фельдшерыбыҙ Гөлсәсәк Юрик ҡыҙына, улыбыҙҙы хөрмәт итеп килгән барса халыҡҡа оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Барығыҙҙы ла ҡайғы-хәсрәттәр урап үтһен.
😢Улыбыҙ тыныс ятһын, урыны ожмах түрҙәрендә булһын.🤲
Ата-әсәһе Рәсимә һәм Сәлих Ҡәҙербәковтар.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: