Бөтә яңылыҡтар

Махсус хәрби операция ветеранына яңы эш табыу өсөн нимә эшләргә?

Әгәр ветеран яңы эш табырға һәм ҡайтанан уҡырға теләй икән, ярҙам һорап, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Махсус хәрби операция ветеранына яңы эш табыу өсөн нимә эшләргә?
Махсус хәрби операция ветеранына яңы эш табыу өсөн нимә эшләргә?

Фондтың социаль координаторҙары:
- халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә консультация алырға
- ҡайтанан уҡыу һәм квалификация күтәреү мәсьәләләренә асыҡлыҡ индерергә
- һайлаған һөнәр буйынса ҡайтанан уҡыуға йүнәлтмә алырға
- эшкә урынлашырға ярҙам итәсәк.

Фондтың Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 - 18.00, телефон: + 7 (347) 268 – 01 – 02.

Бында социаль хеҙмәттәрҙән файҙаланыу, хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы алыу һәм башҡалар өсөн кәрәкле документтар тупларға була. Тағы ла түбәндә һанап үтелгән ярҙам күрһәтелә:
- мохтажлыҡ кисергән махсус хәрби операция ветерандарына, һәләк булған (мәрхүм) ветерандарҙың ғаилә ағзаларына бушлай юридик ярҙам;
- психолог-терапевт ярҙамы;
- дарыуҙар, медицина изделиелары (шул иҫәптән Рәсәйҙә теркәлмәгәндәре), реабилитация эштәренең, техник реабилитация сараларының, инвалидҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең федераль исемлегенә инмәгән техник реабилитация саралары, шул иҫәптән юғары функциялы протездар һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеү;
- медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауалауы, йортта (оҙаҡ ваҡыт) тәрбиәләү буйынса хеҙмәттәр алыуға булышлыҡ итеү;
- документтар юллауҙа (тергеҙеүҙә) ярҙам күрһәтелә.

Ентеклерәк мәғлүмәт менән «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан Республикаһындағы филиалының рәсми сәхифәһендә танышығыҙ. Яҙылығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: