Бөтә яңылыҡтар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре онлайн-осрашыу

17 августа 19:00 сәғәттә үтәсәк онлайн-осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары балалар пособиеһы һәм социаль түләүҙәр буйынса һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре онлайн-осрашыу
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре онлайн-осрашыу

Спикерҙар:

- Альбина Шәйхуллина, Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең балалы ғаиләләргә социаль ярҙам тәғәйенләүҙе һәм уны күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы

- Лилиә Агишева, Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса балалы ғаиләләрҙе социаль йәһәттән тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары.

Осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк: https://forms.gle/kZK1SvvAEVyngFb2A

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме бала тыуыуға һәм уға тәрбиә биреүгә бәйле берҙәм айлыҡ пособие алыу өсөн ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда иҫәпкә алынмаясаҡ.

Рәсәй Хөкүмәтенең 2022 йылдың 29 декабрендәге 2522-се ҡарары: https://vk.cc/ckvDQy

Социаль ярҙам сараларын берләштергән берҙәм пособие 2023 йылдың 1 ғинуарынан индерелде. Уны йөклөлөктөң 12-се аҙнаһына тиклем ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсә алырға хоҡуҡлы. Килеме йән башына бер йәшәү минимумы күләменән кәмерәк булған ғаиләләр пособиеға дәғүә итә ала. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы буйынса уның күләме 12 650 һум тәшкил итә. Тулыраҡ - Рәсәй Социаль фонды сайтында: https://sfr.gov.ru/grazhdanam/edinoe_posobie/

Түбәндәге Һылтанмаларҙа балалар өсөн түләүҙәр тураһында файҙалы мәғлүмәт тупланған:

- Йөклөлөк һәм бала тәрбиәләү буйынса һәм балалы ғаиләләргә ниндәй түләүҙәр бар?

Пособие тәғәйенләү мәсьәләһенә төшөнөргә ярҙам итәсәк чат-боттар:

- 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға: https://t.me/posobie3_7_02_bot
- 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларға: https://t.me/posobie_8_17_BashkortostanBot

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары буйынса чат-бот: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: