Бөтә яңылыҡтар

Күстәнәскә кипкән ҡорот - тыуған яҡтың сәләме

Ғәббәс ауылынан 90 йәшлек Фәүзиә Хәлитова яугирҙәргә бер тоҡ кипкән ҡорот әҙерләгән

Күстәнәскә кипкән ҡорот -  тыуған яҡтың сәләме
Күстәнәскә кипкән ҡорот - тыуған яҡтың сәләме

1938 йылда Ҡазан эргәһендәге ауылдан Баймаҡҡа алтын эҙләргә тип юлланған ғаиләләге бәләкәй Фәүзиә төпкөл генә башҡорт ауылында йәшәрмен дә, кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, оҙон ғүмер кисерермен тип уйланымы икән? Юҡтыр... Кеше яҙмыштары төрлөлөгө менән хайран итә. Шулай татар ҡыҙы Фәүзиә лә яҙмыш ҡушыуы буйынса ғаиләһе менән Ейәнсурала төпләнеп ҡала. Буй еткергәс Нәбиулла исемле егет менән ҡауышып, һигеҙ балаға ғүмер бүләк итә. Һөйөклө ҡатын, балаларына хәстәрлекле әсәй булған Фәүзиә инәй хәҙер үҙе балаларының хөрмәтенә төрөнөп, улы Нәжип, килене Гөлфирә һәм уларҙың балалары менән бергә ғүмер итә. Төрлө тормош һынауҙарын сибек кенә иңдәрендә намыҫлы күтәреп, баларына кәңәшсе һәм терәк булып йәшәүсе инәй ҙур ихтирамға лайыҡ. Фәүзиә инәй гәзит-журналдар уҡып, яңылыҡтар менән даими танышып бара. Шуға ла махсус хәрби операцияла хәстәрләп, уларға ихлас ярҙам итеү теләге менән яна.

Тыуған яҡ күстәнәсе итеп ебәреләсәк кипкән ҡорот яугирҙәргә көс, дәрт-дарман өҫтәренә ышана ул. Шуға ла изге ниәтенән тормошҡа ашырыу өсөн инәй быйылғы эҫеләрҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Фәүзиә инәй яугирҙәргә тәғәйен ҡоротто майҙың тәүге эҫеләренән үк киптерә башлаған. “Ҡояш нурҙарын һеңдереп, еләҫ урында киптерелгән әсе ҡорот – иң файҙалыһы”, – ти ағинәй.

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән Фәүзиә инәй ризыҡтың ҡәҙерен белә, ә һөт ризыҡтарын,  ҡороттоң киптерелгәнен айырыуса ярата икән. Шуға ла ошо көндәрҙә 90 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, килене һауған һыйырҙарҙың ағының бер тамсыһын да әрәм итмәй, ҡатыҡты үҙе ойотоп, ҡорот эшләй.

Әсегән ҡатыҡты ҡаҙанда һапырып тороп, эркетләнгәнсе ҡайнатыуҙы ла инәй үҙе башҡара. Ә Гөлфирә килене һәм ейәнсәрҙәре был эштә төп ярҙамсы: күнәк тулы ҡатыҡты ҡаҙанға ҡойоу, әҙер эркетте һарҡытырға элеү – уларһыҙ башҡарылмай. Күмәкләшеп башҡарылғас эш тә ырай. Һарҡытылған әҙер ҡоротто, тоҙ ҡушып баҫҡас, йомғаҡлап, батмустарға теҙеп киптерергә генә ҡала. Был эште лә изге доғаларын ҡушып, һуғыштың тыныуын, ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләй-теләй, Фәүзиә Ҡасим ҡыҙы мотлаҡ үҙе башҡара. Әле сираттағы гуманитар ылау менән оҙатыуға ун килонан күберәк кипкән ҡорот әҙерләгән инәй: “Иҫәнлек булһын, көндәр йылы тора бит әле, тағы ла ҡорот киптерәм әле”, – ти.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: