Бөтә яңылыҡтар

“Йөрәк йылым һеҙгә, балаларым!”

Аҡдәүләткә Йәмилә Йәнбулатова Әбүләйес ауылынан килен булып төшкән. Биш балаға ғүмер биреп гөрләтеп йәшәп ятҡанда, тормош иптәше Йәмил яман сиргә дусар була. Уны ҡарап, тәрбиәләп, һуңғы һулышына тиклем янында булған Йәмилә 45-е лә тулмай тол ҡала. Ирен юғалтыу ҡайғылары шаңҡытһа ла, балалары хаҡына бирешмәй, бар көсөн, йөрәк йылыһын уларҙы тәрбиәләргә, кеше итергә бирә. Мөмкин тиклем ныҡ булырға тырыша. Әсә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелһә, балалары ни эшләр?!

“Йөрәк йылым һеҙгә, балаларым!”
“Йөрәк йылым һеҙгә, балаларым!”

Балалар ҙа һынатмай, әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, һөйөндөрөргә тырышып ҡына тора. Ҙур ҡыҙҙары Гөлсөм ғаиләһе менән Татлы ҡалаһында йәшәй. Улдары Фәнзил әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла. Гөлзидәләре Салауатта медицина колледжында белем ала, уның был һөнәрҙе һайлауына моғайын да ауырыған атаһын шәбәйтергә теләү тойғоһо сәбәпсе булғандыр. Рәмзил һәм Азалия әле Байыш мәктәбендә, 6-сы һәм 2-се класта уҡыйҙар.

Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта, тиҙәр. Әммә Йәмилә апай әле яу яланындағы Фәнзилдәре өсөн бигерәк көйөнә. Ул июлдә ялға ҡайтып, яҡындары янында булып, ҡулынан килгәнсе ярҙам итеп киткән.  

– Бәйләнешкә сығып, аралашып торабыҙ. Унда ла бит төрлөсә булып китә, шылтырата алмаһа, яҙа. Бәйләнеш тә булмай китә, ҡайһы саҡта беҙҙең хәбәр яй бара, йә уныҡы һуңлап килә. Иң мөһиме, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын Фәнзилебеҙ, – ти әсә. Ул ятһа ла, торһа ла улының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп кенә тора.

Оҙаҡ йылдар ҡайныһы менән бер йортта торған Йәмилә Йәнбулатова хәҙер килене Земфира һәм ейәнсәре Фаягөл менән бергә. Бейем менән килен бер-береһенә иптәш, терәк булып, татыу йәшәй. Малды күп аҫырай, һөт ризыҡтары етештерәләр. Уларҙы өйҙән килеп алалар икән. Емеш-еләккә лә алыштыралар. Малға бесәнде үҙҙәре лә әҙерләгән, ауыл хакимиәте лә алып килеп биргән. Шулай уҡ ҡышҡылыҡҡа утын яғынан да ярҙам иткәндәр.  

Быйыл Йәмилә апайҙы ауыл көтөүенә сират билдәләүсе итеп ҡуйғандар.

– Аҡдәүләттәр ошоғаса көтөү көткәне юҡ ине әле, был бик яҡшы һөҙөмтә, тип әйтә ауыл старостаһы Азамат Йәнбулатов. Халыҡ менән эшләй белергә лә кәрәк шул, – ти Байыш ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ҡуланшин Йәмилә апайҙың ойоштороу һәләтен баһалап.  

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: