Бөтә яңылыҡтар

“Мин бармаһам, башҡалар бармаһа – кем илде һаҡлаясаҡ?”

Илнур исемле райондашыбыҙ Украинала барған хәрби операцияла  “Татар” позывнойы аҫтында хеҙмәт итә. Ул Благовещенскиҙа технолог һөнәре алғас, 2019 йылда Рәсәй Армияһына хеҙмәткә саҡырыла һәм хеҙмәт итеп бөтмәҫ борон уҡ контракт төҙөп үҙен әрмегә бағышлай. Махсус операция башланғандан алып алғы рәттәрҙә. Беҙҙең менән ул ялға ҡайтҡан ваҡытында әңгәмәләшергә ваҡыт тапты.

“Мин бармаһам, башҡалар бармаһа – кем илде һаҡлаясаҡ?”
“Мин бармаһам, башҡалар бармаһа – кем илде һаҡлаясаҡ?”

Илнур ғаиләһе менән ҡалала йәшәй, махсус операциянан отпускыға ҡайтҡанын һөйөклө ҡатыны, балалары, тыуған ауылында әнейе, әтейе көтә.

Унан ни өсөн хәрби хеҙмәт юлынан китеүе тураһында һорашам.

- Йәшерен-батырын түгел, кемдер аҡса эшләү маҡсатында контракт төҙөй. Мин дә шул яҡшы зарплаталы эш тип ошо юлдан китергә булдым. Ауыл егеттәренә әйткем килә, әгәр ниндәй ҙә булһа эш табыу мөмкинлеге юҡ икән, контракт буйынса армияға хеҙмәт итергә килегеҙ, – ти ул. – Тағы ла – әгәр һин хәрби кеше икәнһең, ҡушылғанды үтәргә тейешлеһең. Приказ бар, һин уны үтәйһең.

Эйе, ысынлап та, күп егеттәребеҙ хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүҙе үҙ теләктәре менән эшләй. Контракт төҙөүҙең ыңғай яҡтары ла күп. Әйтәйек, водитель булып эшләп йөрөгән кемдер контракт төҙөй икән, ул кешенең эш урыны мотлаҡ һаҡлана. Хеҙмәт итеп тыуған яҡтарына ҡайтҡас, ул ҡайтанан шул эшенә урынлаша ала. Ир-аттан айырмалы, гүзәл заттар ҙа контракт төҙөргә ашҡынып тора. Әлбиттә, һәр береһен алмайҙар, уларҙың барыһы ла һайлау этабын үтә. Медицина хеҙмәткәре, элемтә тармағында эшләгәндәр ҙә контрактник булып китә.

Тағы ла, контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн кешенең һаулығы яҡшы булырға тейеш, физик яҡтан әҙерлекле булыу шарт, йәше буйынса тап килеү мөһим һәм, әлбиттә, теләк кәрәк. Шул уҡ ваҡытта психологик йәһәттән дә тикшереү үтәләр. Бына ошонда етди тикшереүҙәр үтеп хеҙмәткә үткән дә инде беҙҙең сержант званиеһындағы “Татар” позывнойлы райондашыбыҙ.

- Контракт төҙөйөм тигәс, башта риза булманым. Улым, мин оло кеше, үҙем хәл итәм, тине. Унан ризалаштым инде, иҫән-һау ғына хеҙмәт ит тинем, – тип һөйләй әнейе Дилбәр апай. – Махсус операцияға барғанда ла “Әней, мин бармаһам, башҡалар бармаһа, кем бара илде һаҡларға”, тине.

Илнур бәләкәй генә саҡта әтейе ауыр сирҙән үлеп китә. Икенсегә әнейе Шамил ағайға тормошҡа сыҡҡас, уны яҡын күреп “әтей” тип йөрөтә башлай. Шамил ағай ҙа Илнурҙы үҙ итә, унда техникаға һөйөү тәрбиәләй.Армияла водитель булып хеҙмәт иткән “Татар” хәҙер элемтәсе. Уның яҡшы хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының Оброна министрлығы тарафынан да билдәләнеп кителгән, ул “Хәрби батырлығы өсөн” һәм “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы” миҙалдарына лайыҡ булған.

- Улымдың иҫән-һау йөрөүен теләп, уға доғаларымды бағышлап ҡына торам. Мине көйҙөрмәйем тип, ҡасан ғына хәлен һорамайым, ул һәр ваҡыт һәйбәт тип яуап бирә. Инде шулай ғына булһын инде, – ти әсә кеше.

Илнурял итеп, тағы хеҙмәткә, махсус операцияға юлланды. Беҙ уға һәм ундағы барлыҡ хәрбиҙәребеҙгә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: