Бөтә яңылыҡтар

"Улыҡайым, күпме эҙләнек беҙ һине!"

“Эшкә икебеҙ ҙә китһәк, ҡурҡып, өй эсендә һыуҙы ла, утынды ла ҡалдырмайбыҙ, ишекте бикләп китәбеҙ. Бер ҡайтһаҡ – геү киләләр, икенсеһендә тып-тыныс. Шаярып туйып, арып йоҡлап яталар. Бер шулай ҡыш айы булғандыр, өйҙәге баҙҙан бер нисә картуфты сығарып, шул килеш өҫтәлгә һалғандар ҙа тураҡлап торалар. Ни эшләйһегеҙ тиһәм, әсәй, һеҙ асыҡҡанһығыҙҙыр, картуф бешерәбеҙ, – тиҙәр”.  

"Улыҡайым, күпме эҙләнек беҙ һине!"
"Улыҡайым, күпме эҙләнек беҙ һине!"

Әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы улы Эмиль тураһында һорашҡас, Фәриҙә апайҙың йөҙө болоҡһоп китте:

– Балаҡай ғынамды шул тиклем һағындыҡ, ҡайтарырға тейештәр ине, тағы ҡалдырғандар, – тип аңлатты ул хәлен. Әсә күңеле сабыйы өсөн өҙгөләнә. Уның күңелен күтәрер өсөн матур һүҙҙәр табам:

– Апай, әйҙә бала саҡ фотоларын ҡарайыҡ, – тимен. Ул күңелләнеп китте, алдыма байтаҡ фотоальбомдар алып килеп һалды.

– Сабый сағынан уҡ шул тиклем ҡулсыр, шуҡ малай булды. Дүрт йәштә генә шпагат төшөп, турникта өйрөлөр ине, – тип һөйләй башланы.

Фәриҙә апай менән Рауил ағайҙы яҙмыш үҙ сабыйҙарын һөйөү бәхетенән мәхрүм иткәс, балалар йортонан алырға булалар. 2000 йыл Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов Указы буйынса “Бала йылы” тип иғлан ителә. “Ул йылды күпләп гәзит-журнал алдырғас, һәр номерын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ ҙа иптәшем менән “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған балаларҙың фотоһүрәттәрен ҡарап әйҙә ошоно, юҡ, әйҙә быны алайыҡ уллыҡҡа, тип һөйләшәбеҙ. Икебеҙ ҙә ул ваҡытта ферманан ҡайтып килмәйбеҙ, ағайың мал, ә мин быҙау ҡараусы булып эшләгән ваҡыт. Бер нисек тә күтәрелеп сығып китә алмайбыҙ һаман. Йәмилә һылыуыма рәхмәтлемен, ул ғына беҙгә этәргес көс бирҙе”, ти хәтирәләргә бирелеп Фәриҙә апай.

Ҡыуандыҡовтар тура Өфөгә юллана. Ҡаланың бар балалар йорттары ишектәрен шаҡыйҙар, берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай уларҙы. Боролоп кире ҡайтып китергәме әллә тип тә бөтәләр, күңел төпкөлөндәге йәшеренгән ышаныс тауыш: “Юҡ, сабыйһыҙ кирегә ҡайтыуға юл юҡ!” – ти. Һуңғы йорттоң ишеген асҡас ҡына мәсьәлә ыңғай хәл ителә. Директор булған башҡорт апайы улар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә.

– Әйҙәгеҙ, улайһа мин һеҙгә бер малайҙы күрһәтәм,–  тигәс, һигеҙ айлыҡ күк көмбәҙендәй асыҡ зәңгәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө малайҙы алып киләләр. Шунда уларҙың күңелдәренә шул тиклем нескә, әйтеп тә аңлатырлыҡ булмаған хис уянып, баланы ҡосаҡлап алалар. “Сабыйым минең! Улыҡайым, күпме эҙләнек беҙ һине!”, – тип кенә әйтә ала буласаҡ әсә йәш аралаш. Малай ҙа әсәһе муйынына сат йәбешкән дә ебәрмәй икән...

Ауылға алып ҡайтҡас ҡалаҡ тотоп ашарға, һөйләшергә, уйнарға өйрәнә. Шул тиклем һөйкөмлө, йылмайып ҡына торған Эмилде барыһы ла ярата.

– Исемен алыштырырға уйламанығыҙмы? – тип ҡыҙыҡһынып һорап ҡуйҙым.

– Юҡ, ғүмер бүләк иткән үҙ әсәһе яратып ҡушҡан исеме ҡалһын әйҙә, былай ҙа үҙенә килешеп тора бит, – тине апай ихлас йылмайып.

Эмилгә биш йәш тигәндә, тағы ла баш ҡаланан, шул уҡ балалар йортонан ике йәш тә һигеҙ айлыҡ Асҡар исемле малайҙы алып ҡайталар. Инде үҙен баш бала итеп тотҡан ағай кеше ҡустыһын ҡарашырға ярҙам итә. Баҫалҡы, тыныс ваҡ-төйәк менән бик булышып бармаған Асҡарҙы ла ағаһы үҙе артынан бала саҡ шуҡлыҡтарына өйрәтә. Әсәй кеше көлөп: “Эшкә икебеҙ ҙә китһәк, ҡурҡып, өй эсендә һыуҙы ла, утынды ла ҡалдырмайбыҙ, ишекте бикләп китәбеҙ. Бер ҡайтһаҡ – геү киләләр, икенсеһендә тып-тыныс. Шаярып туйып, арып йоҡлап яталар. Бер шулай ҡыш айы булғандыр, өйҙәге баҙҙан бер нисә картуфты сығарып, шул килеш өҫтәлгә һалғандар ҙа тураҡлап торалар. Ни эшләйһегеҙ тиһәм, әсәй, һеҙ асыҡҡанһығыҙҙыр, картуф бешерәбеҙ, – тиҙәр”.

Малайҙар үҫә төшкәс, иптәшкә тип, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тәрбиәгә өс йәшлек Ләйлә исемле ҡыҙ алып ҡайталар. Эй, шунда малайҙарҙың ҡыуанғандары. “Беҙҙең һылыуыбыҙ бар!” – тип, алмашлап велосипедҡа ултыртып урамдағы һәр кемгә күрһәтеп маҡтаналар икән. Ағалы-ҡустылы аталарына ныҡлы терәк була, хужалыҡта ярҙам итәләр. Эмиль спортты үҙ итә, яратҡан фәндәрен яҡшы итеп үҙләштерә.

Әйткәндәй, Фәриҙә апай менән Рауил ағай өс балаһына ла матур тәрбиә биреп, уҡыу йорттарына урынлаштыра. Эмиль 9-сы кластан һуң Сибайҙа электрогазосварщик һөнәре ала. Унан хәрби хеҙмәткә юллана. Көнөн, йылын тултырып ҡайтҡас, һөнәре буйынса Өфөгә эшкә урынлаша. Маңлайыңа яҙылғанды күрәһең, тиҙәр бит. Шулай ялға ҡайтҡан ваҡытында тәбиғәттең шыҡһыҙ, болоҡһоу мәлендә уға повестка тотторалар. Ҡағыҙ остоғо тотоп инеп килгән улын күргәс, әсәнең йөрәге сәнсеп алғандай була. Күҙҙәренән субырлап аҡҡан йәштәрен һөртөргә онотоп, һөйөклө балаһын күкрәгенә ҡыҫа һәм, шунда ла үҙендә тынысландырырлыҡ көс табып: “Борсолма, ҡурҡма, балам! Был беҙгә Аллаһы Тәғәләнән бирелгән һынау ғына. Барыһы ла яҡшы булыр!”, – тип йыуата. Оҙатҡан ваҡытта ла һәр ваҡыт үҙен тыныс, аҡыллы тотҡан егет: “Әсәй, атай, һеҙ тик үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Беҙ, Алла бирһә, еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ, быны мин – улығыҙ әйтәм!” – тип хушлаша.

– Улыбыҙ ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып әйләнде. Бәйләнешкә инеп, хәлен һораша башлаһаҡ, “Туҡта, әсәй, иң тәүҙә үҙегеҙҙекен һөйләгеҙ, ти ҙә, китә бар туғандарын һорашып, – ти Фәриҙә апай. Батыр пулеметсы егетебеҙгә миҙал да биргәндәр. Туғандары ул турала һорашһа, һүҙҙе тағы икенсегә бороп: “Ҡайтҡым килә, һағындым һеҙҙе, яҡындарым”, – ти икән.

Рауил ағай һөйләүенсә, егет ҡаланы бер ҙә генә үҙһенмәй. Ауылы, ата-әсәһе яҡын уға. Алла бирһә, тиҙҙән киң күкрәгенә миҙал тағып: ”Мин, ҡайттым!” тип, һөйөклө әсәкәйенә сағыу гөлләмәләр тотоп, улдары тыуған тупһа аша атлар. Йөрәк ярып сыҡҡан балаһындай күреп, тәрбиәләп үҫтергән батыр йөрәкле, сабыр, аяуһыҙ ут эсендә йөрөгән уландарына, көс-ҡеүәт биреүсе әсәләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Зифа Ишмырҙина. 

Читайте нас: