Бөтә яңылыҡтар

“Нисек өйҙә түҙеп ятмаҡ кәрәк?”

– Ике аҙна өйҙә булғанда төндәрен йоҡлай алмай интектем. “Яуҙаштарым, дуҫтарым нисек унда? Барыһы ла яҡшымы икән?” тигән уйҙар баштан сыҡмай ине. Бәлки аптырарһығыҙ ҙа, ләкин мин был яҡтарҙы хатта һағынып өлгөрҙөм. Өйрәнеп киттем инде, йыл ярым булып килә бит инде, – тип һөйләй “Худой” позывнойлы яҡташыбыҙ.

“Нисек өйҙә түҙеп ятмаҡ кәрәк?”
“Нисек өйҙә түҙеп ятмаҡ кәрәк?”

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдатҡа шылтыратыр алдынан һәр ваҡыт ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо тынғылыҡ бирмәй. “Һеҙҙең ҡайғығыҙ юҡ әле!” йәки “Минең турала гәзиткә яҙыу кәрәкмәй!” һәм башҡа төрлө кире яуап ишетеү ихтималлығы борсой. Был юлы ла шулай булды. Ләкин һөйләшеү барышында яҡташыбыҙҙың асыҡ, ихлас әңгәмәсе булыуы асыҡланды.

Күгәрсен ауылында йәшәп, Себерҙә вахта ысулы менән эшләп йөрөүсе егет Доставалов исемендәге батальонға яугирҙәр йыйыуҙарын белеп ҡалғас, оҙаҡ уйлап тормай, хәрби комиссариатҡа юллана. Үткән йылдың авгусынан ул – ил һағында.

– Нишләп ундай ҡарар ҡабул иттегеҙ? Үкенмәйһегеҙме? – тигән һорауыма ул былай яуап бирҙе:

– Илһөйәрлек тойғоһо көслө миндә, илемә бәлә янағанда нисек өйҙә түҙеп ятмаҡ кәрәк? Әлбиттә, хеҙмәт итеүҙең тәүге айында төрлө ваҡыттар булды. Билдәһеҙлек алдында баҙап ҡалыу, тыуған яҡты һағыныу, хатта ҡурҡыу тойғоһо ла үҙәкте өҙә ине. Ғөмүмән, ҡурҡыу һәр кешелә булырға тейеш инде ул. Ул булмаһа, үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты ла юғала бит...

Тәүәккәл яҡташыбыҙ бер йылдан артыҡ хеҙмәт итеү осоронда Шайморатов һәм “Хәрби батырлыҡтары өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған. Ә яңыраҡ уға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылған.

– Башта беҙ алғы һыҙыҡта булдыҡ. Төрлөһөн күрергә тура килде. Хәҙер артҡараҡ күсерҙеләр. Яуҙаштарым менән ташландыҡ бер өйҙә йәшәйбеҙ. Салауат, Бишбүләк райондары егеттәренән башҡа, күрше Аҡҡондоҙ ауылынан да яҡташым бар. Бер-беребеҙгә шул тиклем өйрәндек, бер туғандар кеүекбеҙ, – ти райондашыбыҙ.

Беҙҙең тыныслыҡ һағында тороусылар еңеү менән һәм теүәл генә әйләнеп ҡайтһындар ине. Уларҙы яҡындарының изге доғалары һаҡлап йөрөтһөн.

Айнә ИМАНҒОЛОВА.

Фото шәхси архивтан.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: