"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

“Үҙемә урын тапманым”

Өс бала атаһы ҡустыһы артынан махсус хәрби операцияға юлланған

Айҙар ағай ғаиләһе менән Ҡужанаҡ ауылында йәшәй. Эшләп йөрөгән эше, бынамын тигән донъялары бар. Һарай тулы мал-тыуар, уларға бесән әҙерләү өсөн тәғәйен техника. Мунсаны яңыртыу ниәте менән башланған төҙөлөш... Ситтән ҡараһаң ул һин дә мин йәшәп ятҡан ғаилә башлығы. Ә уның күңелендә ниндәй уйҙар – бер кем дә белмәй. Хатта хәләл ефете лә.

- Август аҙағы. Һәр ваҡыттағыса уҡыу алдынан улыбыҙға мәктәп кәрәк-яраҡтар алырға Ҡыуандыҡ ҡалаһына барҙыҡ. Айҙарға кемдер шылтыратты. “Иртәгә, иртәнге 6-ла Мораҡта, военкоматта булырға”, – тине Айҙар минең һораулы ҡарашыма яуап итеп. Мин бер нимә лә аңламаным... – тип хәтерләй ул көндө Гөлсинә апай.

Бер нисә көн элек кенә сираттағы медицина тикшереүе үтергә барған тормош иптәше военкоматҡа инеп, Оборона министрлығы менән контракт төҙөп ҡайтҡанын ул бөтөнләй белмәгән була.

- Бер туған ҡустыһы мобилизация буйынса алынғас, үҙенә урын тапманы. “Әллә миңә контракт төҙөргә микән?” тип оҙаҡ уйланды ул. Мин иптәшемдең йәше барғас, алмаҫтар, кире бороп ҡайтарырҙар ул, тип уйлай инем. Шуға әллә ни етди ҡабул итмәнем. Бер ҙә ҡаршы төшмәй, “Барһаң барып ҡайт һуң”, ти инем, – ти Гөлсинә апай.

Ысынлап та Айҙар ағайҙың туғандарына мөнәсәбәте, туғанлыҡ хисе һоҡландыра. Ғаиләләге дүрт малайҙың өсәүһе сик буйында хеҙмәт итеүе менән дә ғорурлана ул. Ә кеселәре Вадим менән икеһе лә Алыҫ Көнсығышта ил сиген һаҡлай. Шуғалырмы, әллә кинйәләре булғанғамы, ул алғы һыҙыҡтағы ҡустыһы өсөн ныҡ көйә. Янында булһа уны ҡурсалай алыр кеүек тоя.

- Мин ныҡлы ҡарар ҡабул иткәйнем инде. Тик улай ҡапыл булыр тип уйламаным. Контракт төҙөп ҡайтам да, ғаиләмде яйлап әҙерләрмен тигәйнем, – ти Айҙар ағай баҫалҡы ғына йылмайып.

Шулай улар балаға мәктәп кәрәк-ярағы алыр урынға ғаилә башлығын “кейендерәләр” ҙә, йәһәтләп ҡайтыуға ашығалар: ташылып бөтмәгән бесәнде алып ҡайта һалырға кәрәк...

Ул иртәгеһен тейешле ваҡытта военкоматта була. Әҙерлек үтеү урынына райондан да, республиканан да бер үҙе юллана. Еландә иһә райондашы – Муйнаҡ ауылынан Рауилды осрата. Әҙерлек тамамланғас, Луганск өлкәһенә бергә юлланалар һәм бына 5 ай инде улар бергә хеҙмәт итә.

Айҙар ағай хеҙмәте тураһында артыҡ һөйләмәй. Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән яугир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташтарҙан йыраҡ. Райондаштар әҙерләгән гуманитар ярҙам уларға килеп етмәй, уның ҡарауы Мордовиянан ярҙам даими килә икән. Ғөмүмән, яугир тәьминәт йәһәтенән проблемалар булмауын, тәртип көслө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Ә ҡустыһы Вадим да алыҫта – Херсон йүнәлешендә. Әйткәндәй, туғаны артынан юлланған яугир яңыраҡ ҡустыһы менән йәнә аймылыш була. Ялға ҡайтҡан Вадим 12 ғинуар хеҙмәтенә юллана, ә 14-е ағаһы ҡайтып төшә...

- Хоҙай шулай ҡушҡандыр, күрәһең. Алла бирһә, киләсәктә ҡыуанышып күрешергә насип булһын, – ти яугир.

Әйткәндәй, ғаилә башлығы балаларына ныҡ рәхмәтле. Улар тотош хужалыҡ мәшәҡәттәрен үҙ иңенә алған әсәйҙәренә генә түгел, юлға сыҡҡан атайҙарына ла ныҡлы терәк-таяныс була. Вахта менән эшләгән ҙур улдары тәүге көндә үк атаһына үҙе менән нимәләр алырға кәрәклеген белешеп, теүәлләшә. Өфөлә эшләп йөрөгән ҡыҙҙары ла хеҙмәт урынына яңғыҙы юланған атаһына ҡайҙан, нисәлә юлланыуын белешеп, юл картаһын һыҙып тигәндәй бирә.

- Телефон менән дуҫлыҡ юҡ ине, уны ла шул балалар алып бирҙе. Бына, башҡа төшкәс өйрәнеп алдым, – ти контрактсы.

Ошо арала ялы тамамланған Айҙар ағай тағы ла махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ҡатынығыҙҙың, балаларығыҙҙың фатихаһы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын!

Автор фотоһы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: