- Быға тиклем һәр ваҡыт аҡсалата ярҙам ебәрә инек. Был юлы туҡмас ҡырҡып ебәрергә булдыҡ. "Талҡан-шифа"ла хәҙерге ваҡытта эшләгән һәм эшләп киткән ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙар менән яҡшы аралашабыҙ. Шуға күрә йыйылып, изге эш башҡарырға булдыҡ. Гөлсиә Ҡолмөхәмәтованың йортонда йыйылып, Ләлә, Зинера Ҡолмөхәмәтовалар, Гәүһәр, Тутыя Ҡыҙрасовалар, Резида Йәғәфәрова, Роза Кәримова, Луиза Ҡыуандыҡова, Нурсилә Күсәрбаева, мин һәм йорт хужабикәһе һә тигәнсе байтаҡ туҡмас ҡырҡып ташланыҡ. Алла бирһә, гигиена кәрәк-яраҡтары һәм татлы күстәнәстәр ҙә һатып алып, посылка әҙерләйәсәкбеҙ. Һалдаттарыбыҙ иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтһындар инде. Донъялар тиҙерәк тынысланһын! - ти "Талҡан-шифа" директоры Зилбәр Иҙрисова.
Афарин, апайҙар! Изге эшегеҙ үҙегеҙгә һис шикһеҙ әйләнеп ҡайтыр!