Ошо яҙыласаҡ мәҡәләмдең төп геройы – класташым, ҡасандыр Байыш урта мәктәбен 1983 йылда тамамлаған сығарылыш класындағы егерме туғыҙ егеттең береһе – Ринат. Класташым 1965 йылдың 8 декабрендә Байыш ауылында 1931 йылғы тыл ветераны Лотфрахман Абдрахман улы һәм Мәхүп Муллагилде ҡыҙының ҙур ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Үҙенең тиҫтерҙәре һымаҡ Байыш урта мәктәбендә белем алды, беренсе уҡытыусылары Венера апай Уразова һәм Фәйнә апай Исхаҡова булды.
Атаһы Лотфрахман ағай ғүмер буйы Байыш урман хужалығында тракторсы булып эшләне, оҫталығы менән тирә-яҡҡа дан тотто. Шуға ла Ринатта, унынсы класты тамамлағас, кем булыу тураһында һорау торманы. 1980 йылдарҙа мәктәптәрҙә трактор дәресе уҡытылды, өлгөргәнлек аттестаты менән ҡуша егеттәргә тракторсы таныҡлығы ла бирелә ине, совхоз-колхоз етәкселәренә механизатор кадрҙары эҙләп йөрөргә тура килмәне.
Класташым үҙенең хеҙмәт юлын 1983 йылда “Зианчура” совхозының Байыш мехбригадаһында тракторсы булып башланы.
– Ул йылдарҙа совхоз бүлексәләренең баҫыуҙары техника тауышынан гөрләп торор ине, өлкән механизаторҙар йәштәргә ярҙам итергә әҙер торҙолар, ә бүлексә управляющийы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ильяс олатай Йылҡыбаев бик талапсан етәксе ине, – тип хәтерләй класташым.
1984 йылдың апрелендә Ринат Ваһаповты бер төркөм иптәштәре менән бергә Совет Армияһы сафына саҡыралар. “Тәүҙә Татарстандың башҡалаһы Ҡазан ҡалаһында бер ай карантинда булдыҡ, шунан беҙҙе эшелон менән Дондағы Ростов ҡалаһына оҙаттылар. Әҙерлек үткәс, смолет менән сит илгә – ГДР-ға, Франкфурт на Одере ҡалаһына килеп төштөк”, – ти әңгәмәсем. Тракторсы һөнәре булған Ринатты командование механик-водителгә уҡырға ебәрә, унан яңы Т-80 танкаһын ҡабул итеп ала һәм 175-се Новгород–Волынь исемле Ҡыҙыл Байраҡлы һәм Суворов орденлы танк полкында хәрби хеҙмәтен башлай. Күп һалдаттарға өлгө булған, хәрби техниканы тиҙ үҙләштергән һалдатты 1985 йылдың декабрендә прапорщиктар әҙерләүсе хәрби курсҡа ебәрәләр. Алты ай уҡып, прапорщик званиеһында хеҙмәтен Германияның Форст Цинна хәрби танк полигонында дауам итә, уны хәрби техниканы йөрөтөү буйынса инструктор итеп тәғәйенләйҙәр.
Яҡташыбыҙ 1989 йылдың мартында Советтар Союзына, йәғни Кавказ аръяғы хәрби округына күсерелә. Ул хеҙмәтен Грузияның Гори ҡалаһынан алыҫ түгел, 171-се гвардия окружной уҡытыу үҙәгендә хәрби техниканы йөрөтөү буйынса өлкән инструктор вазифаһында дауам итә. Бындағы хеҙмәте уның күңелендә мәңгегә уйылып ҡала. Уларҙың хәрби часе 1988 йылдың 7 декабрендә ер тетрәүҙән зыян күргән Әрмәнстандың Спитак, Ленинакан, Кировакан ҡалаларын емереклектәрҙән таҙартыуҙа ҡатнаша.
– Ул йылда бер айға командировкаға барабыҙ, эшләгәс, бер ай ҡайтып ял итә инек. Иң тетрәндергәне – тереләрҙең һаман туғандарын таба алмай яфаланып йөрөүҙәрен күреү ине, – тип хәтерләй ул. Был эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә гвардия прапорщигы Ваһапов теүәл бер йыл ҡатнаша.
Һуңынан Ринатҡа Таулы Ҡарабахта барған бәрелештәрҙең шаһиты булырға ла тура килә.
– Союз тарала башлағас, беҙҙең менән хеҙмәт итеүсе белорус, украин, тажик, Кавказ егеттәре хеҙмәттәрен ташлап ҡайта башланы. Беҙ, прапорщиктарға бик ауырға тура килде. Кеше етмәү сәбәпле, блокпостарға барып, аҙна, ун көн алышһыҙ ҡарауылда тора инек. Беҙгә ут асҡан банда төркөмдәренә тәүҙә яуап уты асырға приказ булманы, аҙаҡтан ғына рөхсәт иттеләр, – тип һөйләй әңгәмәсем ул ауыр ваҡыттарҙы.
1991 йылдар аҙағында армия сафынан ҡайтарылғас, тәүҙә Байыш урман хужалығында тракторсы була. Унан “Ҡаҫмарт” совхозында – тракторсы, төрлө эштәрҙә эшләй. Ә аҙаҡҡы йылдар “Башнефтегеофизика” йәмғиәт ойошмаһында МТАБ буровой станогын йөрөткән машинала механик-водитель була. Ниндәй генә техника булмаһын, Ринат һәр ваҡыт төҙөк тотто, етәкселектең оло ихтирамын яуланы.
“Ауыр” позывнойлы яугир, илебеҙ махсус операция иғлан иткәс, күп уйлап тормай, үҙ ирке менән артиллерия бригадаһы составындағы танк батальонында фронтҡа юлланды. Ул үҙенең башҡорт милләтенән булған яугирҙәрен гел яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Минең “МХО-ла ҡатнашырға һине нимә этәрҙе?” – тиеүемә, “Минең хәҙерге ваҡытта хәрби тәжрибәм унда бик кәрәкле һәм урынлы тип уйлайым, йәштәрҙе өйрәтергә кемгәлер кәрәк бит”, – тип яуапланы. Әле иң яуаплы урындарҙағы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугир ялға ҡайтты. Хәҙер ул үҙенең Байыш ауылындағы ғаиләһе янында, ҡатыны Альбина Мивид ҡыҙы балалары уны яуҙан иҫән-һау ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алғандар. Ә өс йәшлек ейәне Кәрим Өфө ҡалаһынан ҡартайын күрергә килгән. Ринаттың кесе улы Камил әлеге ваҡытта Ульяновскиҙа хәрби хеҙмәт үтә. Һалдат атаһы булараҡ, ул үҙ тәжрибәһенән сығып, улына нәсихәт биргән, уны әрме хеҙмәтенә әҙерләгән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир Хәрби батырлығы өсөн миҙалына лайыҡ булған. Советтар Союзының “Варшава килешеүе” блогы составындағы көнбайыш төркөмө ғәскәре ветераны, Кавказ аръяғы хәрби округының Әрмәнстан республикаһында ер тетрәүҙәге эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы, Таулы Ҡарабахтағы ҡан ҡойғос мәхшәрҙе күреүсе, әле йөрәк ҡушыуы буйынса Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашыусы гвардия прапорщигы Ринат Лотфрахман улы Ваһапов киләсәктә урынлашасаҡ тыныслыҡҡа ысын күңелдән ышана, еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайы менән үҙен уҡытҡан ир-егет уҡытыусыларға, бигерәк тә НВП-нан белем биргән ветеран, өлкән лейтенант Рим Хәмиҙуллинға һаулыҡ теләй. Тағы ла киләсәк быуындың сынығып, белемле булып үҫеүен теләй.
Ришат Ҡыуатов. Сәғит ауылы.