“Донъяның рәхәтен дә күреп өлгөрмәгән йәш егеттәр һәләк була! Һуғыш күргән, ҡорал тота белгән мин нишләп өйҙә ятырға тейешмен әле?..” Үрге Муйнаҡ ауылында йәшәгән Зөфәр Хәйбуллин шулай тип йыш ҡабатлай. Ә бер көн берәүгә лә әйтмәй хәрби комиссариатҡа барып, контракт төҙөп ҡайта. Шулай ул үткән йылдың ноябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана һәм бөгөн – алғы һыҙыҡта.
– Улым Азамат өлөшләтә мобилизацияға эләккәйне. Яраһы артабан хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип табылғас, ғаиләһенә әйләнеп ҡайтты. Ошонан һуң һуғыш шауҡымы беҙгә инде ҡағылмаҫ, тип уйлағайным. Яңылышҡанмын... – ти “Башкир” позывнойы йөрөткән Зөфәр ағайҙың ҡатыны Шәмсиә Йәркәй ҡыҙы.
Бер ағымда йәшәп ятҡанда тормош иптәшенең һуғышҡа китергә ҡарар итеүен ауыр кисерә ул. Башта ныҡ көйәләнә, торараҡ күнергә тура килә.
– Әле бына һеҙҙең менән һөйләшер алдынан Зөфәремдең Чечняла һуғышта булғандан һуң яҙылған ҡылыҡһырламаһын уҡып, ғорурланып ултырҙым. Ундай кешенең тыныс түгел заманда өйҙә түҙеп ултырыуы мөмкин түгел шул. “Барыһы ла яҡшы, бында тыныс!” – тип мине тынысландырып ватсаптан аудиояҙма ебәрә. Мин ишетәм дә инде: пулялар оса, шартлау.... Иҫән-һау ғына булһын инде. Тиҙҙән ялға ҡайтырға тейеш, түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, – ти яугир ҡатыны һәм ярҙамһыҙ ҡалдырмағандарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. – Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәрит улы Атнағоловҡа, үҙем йөрөгән “Миләш” ансамбле ҡыҙҙарына, әсәйемә, бейемемә ҙур рәхмәт! Улар яғынан рухи ярҙам булмаһа, миңә күпкә ауырыраҡ булыр ине.
“Башкир”ҙы өйҙә тормош иптәше менән бергә 14 йәшлек улы Дим һәм 9 йәшлек ҡыҙы Алтынай көтә. Әсәйҙәренең төп ярҙамсылары, йыуаныстары улар.
“Башкир” кеүек үҙ теләге менән илде һаҡлар батыр ир-егеттәребеҙ булғанда, еңеү ҡояшы һис шикһеҙ беҙҙең яҡта ҡалҡыр. Тыуған ереңә иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, яҡындарыңды ҡосорға яҙһын, һалдат!
Айнә Иманғолова.
Фото ғаилә архивынан.