Бөтә яңылыҡтар

Улдары өсөн батырлыҡ өлгөһө

Рәсәй Президентын һайлауҙа Украинала барған махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир ҙә ҡатнашты.

Улдары өсөн батырлыҡ өлгөһө
Улдары өсөн батырлыҡ өлгөһө

Марат Агишев бындай мөһим саранан ситтә тороп ҡалмаған, ул тормош иптәше Резеда, улдары Алмаз һәм Салауат менән килде.

Ҙур улдары Асҡар әлеге ваҡытта Мәскәүҙә автобатта армия хеҙмәтендә, шунда һайлауҙа ҡатнаша.

Махсус операцияға үҙ теләге менән барған аталары улдары өсөн батырлыҡ өлгөһө булып тора.

– Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын тибеҙ. Яҡты тормош, матур киләсәк өсөн тауышыбыҙҙы бирәбеҙ, – тиҙәр Агишевтар.

Яугир әле хеҙмәт урынына юлланды.  Иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: