– Мариуполь ҡалаһында монтажник булып эшләнем. Шулай бер мәл, вахтаны тамамлап, ялға ҡайтып киткән саҡта, эшләгән еребеҙгә ракета төлшкән. Күп бергә эшләгән таныштарымды юғалттым.., – тип һөйләй Малиновка егете Руслан Бикбаев. Был ваҡиға уны мөһим аҙымға – үҙ теләге менән махсус хәрби операция урынына юлланыуына этәргес була ла инде.
Алдан да эштә ваҡытта ракеталар шартлауын, йорттар емерелеүен күп тапҡыр күрергә тура килгәс, алғы һыҙыҡта бигүк ҡурҡыныс та булмай һымаҡ. Шулай ҙа... һуғыш һуғыш инде... Шарттар ауыр, блиндажда йәшәйҙәр.
– Ярты йылға тип кенә юлланғайным, хәҙер еңеүһеҙ ҡайтыу юҡ инде. Ротабыҙҙа Башҡортостандан ике генә кешебеҙ. Бер ғаилә кеүек татыубыҙ. Урындағы халыҡҡа ҡулдан килгәнсе ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, ашатабыҙ ҙа, – тип һөйләй “Башҡорт”.
Март аҙағында Руслан тыуған яғына, үткән йылдың июленән алып беренсе тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты:
– Мине ауыл халҡы бик ҙурлап, йырҙар йырлап ҡаршы алды. Көтмәгәйнем, ҙур рәхмәт барыһына ла! Ауыл мәҙәниәт йортонда осрашыу ҙа үткәрҙеләр, миңә бик оҡшаны. Ял етмәй ҡалды, әлбиттә, тик тыуған илде һаҡларға кәрәк! – ти “Башҡорт”.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.